С. Әлибай. Ҡышҡы урман

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>

Ҡыш та үҙенсә матур. Аҡ юрған ябылған яландар, аҡ шәл бөркәнгән ағастар, боҙ аҫтында йәшеренгән йылғалар, ҡояшта йымылдап ятҡан ҡар бөртөктәре -- бөтәһе лә гүзәл. Тик ул гүзәллекте күрә, аңлай, ярата белергә генә кәрәк. Яҙыусылар ҡышты -- һүҙ, художник буяу ярҙамында һүәтләй.
а)"Ҡышҡы урман" шиғырын уҡытыусы уҡыуы.
-- Шиғырҙы тыңлағанда нимә күҙ алдына килде? Был тәбиғәт күренеше һиңә танышмы?
-- Шиғыр күңеллеме, моңһоумы, ялҡынлымы, йәнлеме, әллә уйға һаламы?

б) Әҫәрҙе уҡыуға әҙерлек: тауыш, паузаларҙы билдәләү.
Һүҙлек эше: серле -- тылсымлы
түбәләс -- ҡалҡыуыраҡ ер
үҙән -- һыу аҡҡан йырын
сафлыҡ -- тәбиғи, таҙа хәл, торош
өркөтөп -- ҡапыл ҡурҡытып

в) Уҡыусыларҙың шиғырҙы уҡыуы.

Ял минуты. "Тышта ҡар яуа". К. Даян һүҙҙәре, Р. Сәлмәнов музыкаһы.

-- Шиғырҙа ниндәй һүҙбәйләнештәр оҡшаны?
-- Иң сағыу сағыштырыуҙарҙы һанап сыҡ.
( -- Ҡарһылыуҡай ынйыларын һибеп киткәндәй, ап-аҡ күбәләктәр ҡанат ҡағыр һ. б. )
-- Шиғырҙы уҡығанда ниндәй моң ишетелә?
-- Тышта ҡар яуа, ҡар бөртөктәре ашыҡмай ғына ергә ҡойола. Әйҙәгеҙ уларҙы усыбыҙға ҡундырайыҡ. Иғтибар итегеҙ әле, тәбиғәт- рәссам ниндәй һоҡланғыс биҙәктәр тыуҙырған! Әйҙәгеҙ, тәрән һулыш алып, уларға өрәйек.
-- Ҡар бөртөктәре шундай матур! Улар осҡанда нимәне хәтерләтә?
( -- Йондоҙҙо, күбәләктәрҙе. )
-- Ә улар ниндәй була?
( -- Йомшаҡ, күпереп тора, епшек, шаян, аҡ, ап-аҡ һ. б. )
-- Ҡояш ҡалҡты. Ҡар бөртөктәре күҙҙәрен асты. Улар ҡояш нурҙары аҫтында нисек күренә?
( -- Емелдәй, төрлө төҫтәр менән сағыла, ялтырай. )
-- Ҡар нисек яуа?
( -- Ябалаҡлап, елпенеп, талпынып, кәйелеп. )

д) Музыка аҫтында шиғырҙы уҡыу.

е) Төркөмдәрҙә эш: диалог төҙөү. <

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: