С. Әлибай. Ҡышҡы урман

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>

r/> 6. Яҙ еткәс тә йәшелләнде,
Күп ҡоштар оя ҡорған;
Һәр ҡыуағы һайрап торғас,
Ҡыуана инде (Урман)

7. Даһыр - дөһөр тауыш килә,
Туҙғытҡас болот сәсен, -
Утлы сыбығын һелтәй ҙә
Йәшенә һала (Йәшен)

8. Тылсымлы бер ҡыл арҡан
Эй борғаланып ятҡан,
Һиндә уның эше юҡ,
Күпме барма -- осо юҡ. (Юл)

9. Унда йылға, тауҙар ҙа бар,
Бик күп мәсьәлә, хисап;
Шиғыр, әкиәт, йомаҡ та
Һыйҙырған серле (Китап)

10. Саҡ ҡына һыуыҡ булһа ла,
Мейес башынан төшмәй --
Көн буйы йоҡо һимертеп
Ята ла ята (Бесәй)

11. Ҡара түшәк йәйә - йәйә
Алға бара тыр ҙа тыр,
Уның ошо тауышына
Шаулап тора бөтә ҡыр (Трактор)

12. Һыуҙы бигерәк ярата,
Ҡороға сыға һирәк;
Быжыҡ-быжыҡ тип ҡысҡыра
Күлдәрҙә йөҙә (Өйрәк).
III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
Тимәк дәрестә нимә эшләйбеҙ?


IV. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү






-- С. Әлибайҙың ниндәй китаптарын беләһегеҙ?
oo 3-сө класта уның ниндәй әҫәрҙәрен уҡыныҡ? (Батырға үлем юк, Өсөнсөгә күскәнбеҙ, Яҙ башы шиғырҙары)
Укытыусы өсөн белешмә.
Сафуан Әлибай 1941 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында тыуған. Тимер юл эшсеһе, китапханасы, Салауат район газетаһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. "Башҡортостан пионеры", "Ағиҙел" журналдары, "Башҡортостан" газетаһы хеҙмәткәре, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала директор вазифаһын башҡара. 1968 йылда тәүге "Беҙҙең юлдаш -- яҡты ҡояш" исемле китабы донъя күрә. 1996 йылда "Тылсымлы шар" китабы өсөн X. К. Андерсен исемендәге халыҡ - ара маҡтаулы дипломға лайыҡ булды.
Әҫәр өҫтөндә эш.
-- Йылдың һәр миҙгеленең үҙ матурлығы бар.

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: