Рауил Бикбаев. "Уралыма" шиғырын ѳйрәнеү.
Мақсат. 1. Башқортостандың халық шағиры Рауил Бикбаевтың иҗады, шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу. 2. Урал тәбиғәтенең матурлығын күрһәтеү, Тыуған илдең үткәнен белеү, киләсәге тураһында хәстәрлек күреү һәм уны һақлау кәрәклеген аңлатыу. 3. Уқыусыларзың һүзлек байлығын арттырыу, һөйләү күнекмәләрен үстереү.
Йыһазландырыу. Р. Биқбаевтың портреты, Башқортостандың халық шағирзары, языусылары плакаттары, Урал таузары һынландырылған һүрәттәр, ребус, мультимедиа, қурай моңо язылған аудиотасма, магнитофон.
Дәрес барышы
I. Исәнләшеү.
Уқытыусы.
Һаумыһығыз, һаумы әле,
Ниндәй йылы һүз икән!
Күңелдәрзе иретерлек,
Һәр кемгә лә үз икән.
-Һаумыһығыз, уқусылар. Әйзәгез, бер-беребеззе йылмайышып сәләмләйек!
Уқыусылар.
Һаумы, қояш,
Һаумы, мәктәп,
Һаумыһығыз, уқытыусым,
Һаумыһығыз, дустарым!
II. Артикуляцион күнегеүзәр.
Уқытыусы. Башқорт телендә дөрөс һөйләшер өсөн телдәрзе шымартып алайық әле.
1. Башқорт телендәге өндәрзе қабатлау: ә, ө, қ, ғ, с, з, һ, ү, ң.
2. Иҗектәрзе әйтәйек: -лә, -мә, -нә, -кө, -рө, -тө, -са, -һа, -ға, -қа, һ. б.
3. Телтөзәткес: тә-тә-тә - ултырабыз дәрестә
са-са-са - һөйләшәбез башқортса
ый-ый-ый - уқыусы шиғыр уқый
ыш-ыш-ыш - без шундай тырыш.
4. Күгәреп ятқан Урал тауы
Атай-олатайзарзың төйәге.
Ерен-һыуын һақлап қорбан булған
Шунда ята батырзар һөйәге.
III. Дәрестең темаһын әйтеү, мақсатын аңлатыу.
Бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләр өсөн безгә кроссворд сисергә кәрәк булыр. Кроссвордты һәм Башқортостан тураһында белгәндәрегеззе исләгез.
1. Башқорт халқының милли музыка қоралы. 2. Ағизел йылғаһы башланған тау, Башқортостандың иң бейек түбәһе. 3. Башқорт ха
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>