ләргә, йәм-йәшел үләндәргә, бейек таузарға һоқланып туймасһың. Урмандарында кейектәр, һайрап қоштар, ағастар, емеш-еләктәр, үсемлектәр донъяһы ла күп төрлө. Қазылма байлықтарға ла бай Башқортостан. Беззең илебез тәбиғәте һоқланғыс. )
Уқыусылар тексты қысқырып сылбырлап уқый.
Шиғырзы йомғақлау. Шағир илебеззе үткәне менән ғорурлана: күпме дошман беззең илде басып алырға теләгән, ләкин булдыра алмаған; шағир Тыуған иленең бөгөнгөһөн ярата, уның менән һоқлана һәм киләсәге тыныс булырына ышана. Был хистойғолар шиғырзың қайһы юлдарында күренә? Автор Уралды нимәгә оқшата? Ни өсөн уны қандан қынға кергән қылыс менән сағыштыра?
Тыуған ил тураһында мәқәлдәр.
Ребус сисеү:
Тыуған илем- (6н 5ек)
Мәқәлде тәржемә итеү, аңлатыу. Ни өсөн Тыуған ил алтын бишек менән сағыштырыла? Тағы ла ниндәй мәқәлдәр беләһеғез? (Ватанһыз кеше - (урманһыз һандуғас). Иле бар батыр хур булмас, батыры бар (ил хур булмас). Иле юқтың - (көнө юқ).
Дәфтәрзә эш.
Үтелгәндәрзе қабатлау өсөн 284-се күнегеүзе эшләү.
V. Дәресте йомғақлау. Баһалау.
-Бөгөн дәрестә нимәләр белдегез? Кем ул Рауил Бикбаев? Бөгөн тағы кемдәрзең исемдәре яңғыраны?
-Уқыусылар, Башқортостандың халық шағиры Р. Бикбаевтың Тыуған илен, тыуған телен, халқын ысын күңелдән яратыуы көндәлек эшмәкәрлегендә һәм шиғырзарында сағыла. 2008 йылдың 12 декабрендә Башқортостандың халық шағиры Р. Бикбаевқа 70 йәш тулды.
Мин дә һеззең Тыуған илегеззе яратыуығыззы, ақыллы булыуығыззы, аң-белемгә ынтылыуығыззы теләйем. Илен, телен яратқан кеше генә ысын шәхес була ала.
VI. Өйгә эш.
а) Шиғырзы тасуири уқырға;
б) Урал, уның тәбиғәте тураһында һөйләргә әзерләнергә; в) бәләкәй генә хикәйә төзөргә.
Страницы: << < 1 | 2 | 3