br/>Булһын өсөн бар ерҙә
Костелянша апайыбыҙ
Көсөн һала бит бергә
Рәхмәт һеҙгә ҙур рәхмәт
1 - се алып барыусы:
Мәктәпкә оҙатабыҙ
беҙ бөгөн балаларҙы
2 - се алып барыусы:
Һуңғы вальс бейергә
Саҡырабыҙ уларҙы
Хушлашыу вальсы
1-се алып барыусы:Бына инде хушлашыу минуттары ла килеп етте,алда һеҙҙе күңелле ҡыҙыҡлы мәктәп йылдары көтә. Һеҙгә киләсәктә теләктәрҙең иң изгеһен генә теләйбеҙ. Ә инде беҙҙең ошо балалар баҡсаһында эшләгән апайҙарға оло рәхмәт белдерәбеҙ.
Йыр"Апайыма аҡ сәскәләр"(Зарина)
Х. Ильяс:Алығыҙ һеҙ бүләк итеп
Сәскәләрҙең тере бәйләмен
Ҡаршылағыҙ тағы бик күп йылдар
Татып матур тормош йәмен
Тимур:Иң тәүге нәфис сәскәләр
Тик һеҙҙең өсөн үҫкән
Яҙғы моңдар,таңғы нурҙар
Шул сәскәләргә күскән.
Миля:Юлдаш булһын аҡ бәхеттәр
Аяҙ булһын күгебеҙ
Беҙҙең сәскә шәлкемдәре
Булһын рәхмәт һүҙебеҙ
Тормош юлдарын үткән
Һеҙ булырһығыҙ көҙгөбеҙ
И. Элина:Бәхетле бала саҡ өсөн
Һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ
Рәхмәтебеҙ менән бергә
Сәскә бүләк итәбеҙ.
Сәскәләр биреү.
Йыр"Һау бул баҡсам"(балалар баҡсаһы менән)
1 - се алып барыусы:
Хөрмәтле балалар! Һеҙҙең менән хушлашыу көнөнөдә Балалар баҡсаһы мөдире таңһылыу Хәләф ҡыҙы изге теләктәрен әйтергә теләй.
2 - се алып барыусы:
Сығарылыш балалары! Һеҙҙең барлыҡ ҡыуаныстарығыҙҙы, шатлыҡтарығыҙҙы, ауырлыҡтарыҡғыҙҙы ла ата-әсәләрегеҙ менән бүлештегеҙ. Хәҙер һүҙҙе ата-әсәләргә бирәйек.
1 - се алып барыусы:
Барығыҙға ла баҡса менән хушлашыу ваҡыты етә. Һәр кемегеҙгә лә ҡайҙалыр барырға кәрәк, уҡырға, белем алырға. Яңы ҡыуаныстар, яңы талаптар көтә һеҙҙе. Ә хәҙергә сентябргә тиклем һеҙгә тәүге каникул башлана.
2 - се алып барыусы:
Залыбыҙҙа бөгөн күпме ҡунаҡтар. Ул
Страницы: << < 6 | 7 | 8 | 9 > >>