>Йәмилә Сәйфулловна
Ҙур рәхмәт бөгөн уға.
бала:
Тәрбиәсе булыу ауыр
Күпме бала тора ҡаршыңда
Улар һинән көтә белемдәр
Яғымлы ҡарашыңды.
Һинең бер йылмайыуың
Иретә күңелдәрҙе
Һин бит беҙгә иң яҡыны
Араһынан йөҙҙәрҙең
бала:
"Ярҙамсы" тигән һүҙҙең
Эсендә ҙур мәғәнә
Тәрбиәсе буш булмаһа
Ул "Әсәйгә " әйләнә.
Арҡабыҙҙан да һөйә,
Матур һүҙҙәрен әйтеп.
Ваҡытында ашата
Беҙ һау булып үҫһен тиеп.
бала:
"Фа" нан "Соль"ды айырмайбыҙ
Талант юҡ бит һәр кемдә
Беҙ быға һис ҡайғырмайбыҙ
Музыкант бит эргәмдә.
бала:
Гимнастикала беҙ
Һаулыҡты нығытабыҙ
Нервылар ҡаҡшап китһә
Психологҡа барабыҙ
Айзиля:Тел төҙәтеүсе апайҙар
Һеҙгә рәхмәттең ҙуры
Һеҙҙән алған белемдәрҙе
Онотмам ғүмер буйы.
бала:
Мәүлидә Рафиҡ ҡыҙы
Рәхмәтебеҙ ҙур һеҙгә
Дөрөҫ итеп һөйләшергә
Өйрәттегеҙ бит беҙгә
Хәҙер матур итеп һөйләшәбеҙ
Ҙур рәхмәт,- тип һеҙгә өндәшәбеҙ.
бала
Һаулыҡ серен улар белә
Ул талант ҡайҙан килә
Шәфҡәт туташы тигән
Исеме лә тап килә
Ҙур, ҙур рәхмәт әйтәбеҙ
Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ.
бала
Тәмле, тәмле бутҡаларҙы
Көн дә улар бешерә
Былау, кәтлит, азуларын
Беҙгә бешереп өлгөрә.
Рәхмәт һеҙгә ашнаҡсылар
Беҙҙе гел ашаттылар.
бала:
Баҡсала берәй нәмә
Кәрәк икән ул әҙер.
Завхозға шылтыратһаң
Алып килер ул, хәҙер.
Ҙур рәхмәттәр әйтергә
Беҙ бөгөн һеҙгә әҙер.
Бала
Ҡулдарын да йәлләмәйҙәр
Көнө буйы йыуалар
Тап - таҙа урындарҙа
Йоҡлағыҙ тип торалар.
Рәхмәт һеҙгә, ҙур рәхмәт
Кер йыуыусы апайҙар.
Беҙ бәләкәй балаларҙы
Һис кенә онотмайҙар.
бала:
Һәр байрамда, иң матуры <
Страницы: << < 5 | 6 | 7 | 8 | 9 > >>