алымдарҙы, заманса технологияларҙы ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, уҡыу-уҡытыуҙың эффектив алымы булған компьютер технологияһы дәрестәрҙе күпкә һөҙөмтәлерәк үткәреү, уҡыу-уҡытыу сифатын күтәреү мөмкинлеген бирә.
Үҙемдең ғаиләгә килгәндә
Компьютер балаларҙың һаулығына зыян килтермәһен өсөн, эш урынын дөрөҫ ойоштороу мотлаҡ. Түбәндәгеләрҙе һәр саҡ иҫтә тотоу зарур:
эш урыны тейешлесә яҡтыртылған, әммә ҡояш нурҙары һәм шәмдең яҡтыһы мониторға тура төшөргә тейеш түгел,
бала компьютер алдында арҡалы ултырғыста ултырырға, монитор экраны уның күҙҙәренән 50-70 сантиметр булырға тейеш,
яурындарҙы күтәрмәй, иркен ултырырға, ҡулдарҙы кәүҙә янында тоторға, ә ҡул суҡтары клавиатура бейеклегендә булыуы отошло,
һәр 5-7 минут һайын күҙ ҡарашын экрандан айырып, алыҫтағы ниндәйҙер предметҡа ҡарау кәрәк,
компьютер тоташтырылған сымдарға һәм розеткаларға теймәү зарур,
клавиатура менән эшләгәндә ҡулдар ҡоро һәм таҙа булырға тейеш,
компьютер торған бүлмәне көн дә елләтеү һәм еүеш сепрәк менән йыйыштырырға кәрәк,
монитор янында кактус сәскәһенә ҡарағанда аквариум тотоу отошлораҡ.
Санитар талаптар һәм нормалар буйынса компьютерҙа уйнау, шөғөлләнеү баланың йәш үҙенсәлектәренә ҡарата ваҡыт менән сикләнеүен белеп эш итеү мотлаҡ: 5 йәшлектәргә – 7 минут, 6-7 йәштәгеләргә – 10 минут, 8-11 йәшлектәргә 15-20 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Шул уҡ ваҡытта йоҡо алдынан һәм ашағандан һуң уйнамау, уҡыусыларға дәрестәрен әҙерләмәйенсә компьютерҙа шөғөлләнеүҙе кисектереү отошло. Өлкәндәр, ата-әсәләр уйындарҙың йөкмәткеһен тикшереп торорға бурыслы. Агрессив уйындарҙан баш тартырға кәрәк.
Бала компьютер артында оҙаҡ ултырмаһын өсөн улар менән йышыраҡ аралашығыҙ, үҙегеҙ бала саҡта уйнаған уйындар менән таныштырығыҙ, саф һауала йөрөгөҙ.
Страницы: << < 1 | 2 | 3 > >>