Информацион технологияларҙың балаларҙың һаулығына һәм шәхес булып үҫеүенә йоғонтоһо
Беҙ информацион технологиялар үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Мәғлүмәт быуатында, йәғни. Төрлө гаджеттар хәҙер тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Бынан 10-15 йыл элек нисек итеп компьютерҙар менән ҡулланырға әйрәтһәк, бөгөн балаларҙы уларҙан нисек айырырға белмәйбеҙ.
Донъяла киң ҡулланыу тапҡан компьютер балалар өсөн телевизор, автомобиль, электр яҡтылығы кеүек кәрәкле әйбер. Өлкәндәр өсөн ул замандың мөғжизәле техникаһы тип һаналһа, балалар өсөн ҡыҙыҡлы, үҙенә тартып торған уйынсыҡ.
Психологтар әйтеүенсә, компьютерҙа уйнау, эшләү баланың күҙаллауын, логик һәм абстракт фекерләүен үҫтерә. Компьютер уйындары балаға үҙаллы мәсьәлә сисеүҙә һәм бер эшмәкәрлектән икенсеһенә тиҙ генә күсә алыуға ярҙам итә. Кескәйҙәрҙең ижади һәләте үҫеүе тураһында ла оноторға ярамай. Ҡайһы бер бала компьютер ярҙамында сит телде тиҙерәк үҙләштерһә, ә икенсеһе – һүрәт төшөрөүҙе үҙ итә. «Аҡыл машинаһы»н балаларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү сараһы булараҡ ҡулланыу отошло.
Әммә, миҙалдың икенсе яғылы бар шул. Компьютерҙа эшләү, телефонға текәлеү күҙ органдарынан ҙур көсөргәнешлек талап итә, уның тамырҙарына насар йоғонто яһай. Шулай уҡ ул нервыларҙы ла ҡуҙғыта. Баланың тиҙ ярһыуы, йоҡлай алмауы, иғтибарһыҙлығы, төшөнкөлөккә бирелеүе, көндөҙ ҙә йоҡомһорап йөрөүе ошоно дәлилләй. Компьютер менән ныҡ ҡыҙыҡҡан бала үҙенең тиҫтерҙәре менән сағыштырғанда аҙ хәрәкәтләнә, физик үҫештә лә ҡалыша. Ул ашауҙан баш тарта, тән үҫешендә лә проблемалар тыуыуы мөмкин. Компьютер артында ғына ултырған бала тиҫтерҙәре менән аралаша ла белмәй.
Һәм шулай уҡ Интернеттың да файҙалы һәм зыянлы яҡтары бар.
мәғлүмәтте китаптан уҡып белеүгә ҡарағанда телевизор, интернет аша алыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Шуға дәрестәрҙә яңы метод һәм
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>