Нимә ул фликер

Страницы: 1 | 2  >  >>

Тема: Нимә ул фликер?
Маҡсат:
-Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе формалаштырыу; балаларҙың фликер менән таныштырыу һәм уның ни өсөн кәрәклеген аңлатыу;
Юл ҡағиҙәләрен үтәү һәм кейемгә фликер тағып йөрөү теләге үҫтереү;
Юлдан үткәндә иғтибарлы, үҙ- үҙеңә ышаныусанлыҡ тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: фликер
Йыһазландырыу: видеояҙма, светофор.
Дәрес барышы:
- Балалар бөгөн беҙ һеҙҙең менән хәүефһеҙлек тураһында һөйләшәбеҙ. Беҙ ҡалала йәшәйбеҙ, унда урамдар һәм машиналар күп. Ә һеҙ үҙегеҙҙе урамда нисек тоторға беләһегеҙме? (Яуаптар). Әйҙәгеҙ әле йәйәүленең ябай ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп үтәйек:
Юлды зебра аша сығабыҙ;
Юл аша светофорҙың йәшел төҫө янһа үтер кәрәк;
Юл аша сыҡҡанда иң алда һул яҡҡа, шунан уң яҡҡа ҡарап сығыр кәрәк;
Машина йөрөгән юлда уйнарға ярамай;
Видеояҙма ҡарау, шуның буйынса әңгәмәләшеү:
-Афарин балалар. Балалар әйтегеҙ әле ниндәй миҙгел? (Көҙ). Көҙ көнө тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр була?
- Көндәр һыуыҡ, ҡояш әҙ йылыта, йылы кейенәбеҙ, көндәр ҡыҫҡара, тиҙ ҡаранғы төшә. . . .
- Һеҙ балалар баҡсаһына килгәндә тышта ҡараңғымы, әллә яҡлы буламы?(Яуаптар)
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ ҡараңғы урамдарҙан йөрөүе ҡурҡынысмы? (Тулы яуаптар)
- Машина йөрөтөүсегә ҡаранғыла йөрөр өсөн нимә ярҙам итә?
- Машинаның фары ярҙам итә, ул юлды яҡтырта.
- Йәйәүлегә ҡараңғыла йөрөргә хәүефһеҙ булһын өсөн, тағыла бер ҡағиҙә бар. Ҡараңғыла, төндә эшләгән бик күп кешеләр бар. Улар машина йөрөтөүселәргә күренеп торһондар өсөн махсус кейемдәр кейәләр. Уларҙың кейемдәрендә махсус һүрәттәр бар , улар машинаның фарына ныҡ сағылалар. Ҡараңғы ваҡытта урамдарҙа һәм юлдарҙа эшләгән полицейскийҙарҙың, юл эшселәренең һәм бүтән кешеләрҙең ундай һүрәттәр бар. Ул хәүефһеҙлек өсөн эшләнелгән.

R
4
º
нд

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: