Нимә ул фликер

Страницы: <<  <  1 | 2

ә балаларға ошондай фликерҙар уйлап тапҡандар. Улар машина фарының яҡтылығын сағылдыра һәм ҡараңғы урамда һаҡлай. Фарҙың яҡтылығына сағыла һәм кире ҡайта, шуның өсөндә машина йөрөтөүсе йәйәүлене алыҫтан күрә. Тик шулайҙа йәйәүлегә иғтибарлы булыр кәрәк.
Балалар, фликерҙар төрлөсә була. Мәҫәлән: браслеттар, значоктар, брелогтар, термонаклейкалар, улар үтек ярҙамында ҡуйыла. Фликерҙарҙы дөрөҫ ҡулланыр кәрәк. Бер йәйәүлелә улар 3-4 бөртөк булырға тейеш, шунда ғына фликер бөтә яҡтан да күренә.
Ә эшселәрҙең комбинезонына яҡтылыҡты сағылдырыусы буй – буй таҫмалар тегәләр, ә юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары һары жилет кейәләр. Балалар өсөн сағылдырыусы һүрәттәрҙе өҫкө кейемгә тегәләр.
- Юлды үтергә беҙгә нимә ярҙам итә? Һеҙ светофорҙың сигналдарын беләһегеҙме? Хәҙер беҙ һеҙҙең менән уйнайбыҙ.
Уйын Ҡыҙыл. Һары. Йәшел.
Ҡыҙыл- һалдаттар һымаҡ торабыҙ. Һары- сүкәйәбеҙ. Йәшел- урында атлайбыҙ.
- Афарин балалар.
Ҡорамалар йәбештереү: Светофор
- Хәҙер балалар светофор йәбештерәйек. (Балаларҙың йәбештереүе) Эш урынын тәртипкә килтерәбеҙ.
- Афарин балалар. Әйҙәгеҙ үҙебеҙ һүрәтләгән светофорҙарҙы бер- беребеҙгә күрһәтеп алайыҡ.
Йомғаҡлау:
- Ниндәй светофор сигналына сығыр кәрәк?
- Төнгө ваҡытта йәйәүлене нимә һаҡлай?
- Нимә ул фликер?
- Ул нимә өсөн кәрәк? (Балаларҙың яуаптары).
Афарин балалар. Хәҙер һеҙ юл ҡағиҙәләрен һәм хәүефһеҙлеген иҫтә ҡалдырҙығыҙ. Һәр ваҡыт уларҙы үтәйек.




Страницы: <<  <  1 | 2
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: