Тема: "Леп- леп оса күбәләк"
Маҡсат:
балаларҙы баҫма техникаһы менән һүрәт төшөрөргә өйрәтеү;
ваҡ ҡул моторикаһын, һүрәт төшөрөү һәләтен үҫтереү;
тәбиғәткә, күбәләккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Үткәреү формаһы: дәрес - сәйәхәт.
Эшмәкәрлек төрҙәре: уйын, художестволы ижад.
Йыһазландырыу: схемалар, һүрәттәр, ҡырҡылған һүрәттәр,салфеткалар, мамыҡ таяҡсалар, күбәләк формаһында губкалар.
Һүҙлек эше: бөжәктәр, ҡамҡа, сиңерткә.
Дәрес барышы:
Талғын көй уйнай күбәләк килеп инә.
- Һаумыһығыҙ балалар. Мине танынығыҙмы?(Балаларҙың яуаптары). Эйе, мин күбәләк.
- Балалар мин дуҫтарымды эҙләйем. Һеҙ күрмәнегеҙме? Ә һеҙ миңә ярҙам итмәҫһегеҙме икән? Улай булғас әйҙәгеҙ дуҫтарымды эҙләргә.
- Ә балалар хәҙер ниндәй миҙгел? (Балаларҙы активлаштырыу).
Схема буйынса һөйләү.
- Яҙ миҙгелендә ниндәй үҙгәрештәр була?(Һүрәттәр менән эш).
- Ҡояш нығыраҡ йылыта, яҙ көнө ямғырҙар яуа, ҡоштар ҡайта, ағастар бөрөләнә, шунан япраҡ яра.
- Тимәк балалар яҙ миҙгелендә тирә - яҡ уяна. Афарин балалар.
Әйҙәгеҙ яҙҙың саф һауаһын һулап алайыҡ. (Түңәрәккә тороу).
Тын алыуға күнегеү:
Танау аша яйлап тын алабыҙ, сығарғанда "у- у- у" тип әйтәбеҙ.
- Балалар бында минең дуҫтарым булдымы икән? Улай булғас юлды дауам итәйек.
- Балалар әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға кәрәклеге тураһында ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек.
Видеояҙма "Ярамай"
- Сәскәләрҙе өҙөргә ярамай.
- Үҙеңдән һуң сүп - сарҙы йыйыштырырға кәрәк, ҡалдырырға ярамай.
- Урманда ут яғырға ярамай.
- Тимәк, балалар үҙеңде тәртипле тотор кәрәк. Шулаймы?
- Афарин балалар. Бында дуҫтарымды ҡүрмәнегеҙме? Улай булғас юлды дауам итәйек.
- Ҡарағыҙ әле балалар бында һүрәттәр ята. У
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>