лар бер - нисә өлөшкә бүленгән, һүрәттәрҙе дөрөҫ итеп йыяйыҡта нимәләр ятҡанын асыҡлайыҡ.
Бер бөтөн итеп төҙөү: "Бөжәктәр".
Ҡырҡылған һүрәттәр: себен, серәкәй, ҡамҡа, сиңерткә.
- Бөтәһе бергә улар нисек атала? (Бөжәктәр).
- Ә балалар бында күбәләктәр бармы?
- Улай булғас әйҙәгеҙ юлды дауам итәйек, дуҫтарымды эҙләйек.
- Әйҙәгеҙ балалар күбәләктәр булып уйнап алайыҡ.
Ял итеү минуты "Күбәләктәр"
Леп- леп, оса күбәләк
Шатлана, бейей ул. (Аяҡ остарына баҫып ҡулдарҙы еңелсә ҡанат кеүек итеп елпеп атлап йөрөү)
Сәскәнән сәскәгә
Хәл белеп йөрөй ул. (Еңелсә урында әйләнеү)
Йәйғор әйләнә
Ҡанаты осонда
Бәхете, шатлығы (Уң ҡулды, һул ҡулды алмашлап ҡағыу)
Леп- леп осоуҙа.
Баҫма техникаһы менән һүрәт төшөрөү:
- Балалар, ҡарағыҙ әле, нимәлер ята. Бында бит минең дуҫтарым ҡүбәләктәр. Улар моңһоу, сөнки күбәләктәр уянмағандар. Әйҙәгеҙ әле беҙ уларҙы осороп ебәрәйек. Осорор өсөн беҙгә күбәләктәрҙе күк, ҡыҙыл төҫтәге буяуҙарға манып аҡ биткә баҫып сығыр кәрәк. Бер нисә күбәләк эшләйбеҙ. Шунан һуң мамыҡ таяҡсалар менән күбәләктәргә йәшел төҫ менән биҙәктәр эшләйек. Эшләп бөткәс ҡулдарҙы салфетка менән һөртәбеҙ. Эш урынын тәртипкә килтерәбеҙ.
- Афарин балалар, ҡайһылай матур килеп сыҡты күбәләктәр.
- Балалар беҙ күбәләктәргә ниндәй төҫ менән эшләнек? Биҙәктәре ниндәй төҫтә? (Балаларҙың яуаптары).
Йомғаҡлау:
-Балалар һеҙгә күбәләктәр эшләү оҡшанымы? (Балаларҙың яуаптары).
- Нимәләр оҡшаны һеҙгә? (Балаларҙың яуаптары).
- Рәхмәт һеҙгә балалар дуҫтарымды эҙләргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн. Балалар мин һеҙгә иҫтәлек итеп үҙемдең фотоһүрәтемде тапшырам.
- Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ.
МУНИЦИПАЛЬ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
БАЛА ҮҪТЕРЕҮ ҮҘӘГЕ - "АҠБ
Страницы: << < 1 | 2 | 3 > >>