Лекарственные растения

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>


Шифалы үҫемлектәр һәм үлән менән
дауалау ысулы менән танышыу
(класс сәғәте)




Шифалы үҫемлектәр һәм үлән менән
дауалау ысулы менән танышыу
(класс сәғәте)














Маҡсат:
1. Үҫемлектәрҙең дауалау үҙенсәлектәре менән танышыу, уларҙа ниндәй витаминдар булыуын асыҡлау;
2. Файҙалы үҫемлектәрҙе ҡуллана белергә өйрәтеү;
3. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
:: Үҫемлек һүрәттәре;
:: С. Йәнтүрин "Үҫемлектәр донъяһына сәйәхәт";
:: Башҡортостан календары, 2008 йыл;
:: М. Наумова "Башҡортостан үҫемлектәре";
:: Р. Тимершин "Теле бар, һөйләмәй".
Дәрес барышы
I. Инеш
oo Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!
Бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡлау өсөн, ошо һүрәттәргә иғтибар итәйек (үҫемлек һүрәттәре күрһәтелә). Бәпембә, мәтрүшкә, юл япрағы ниндәй үҫемлектәр?
( Шифалы үҫемлектәр)
- Эйе, уҡыусылар, дөрөҫ, шифалы үҫемлектәр тип атала улар. Афарин. Бөгөнгө дәрестең темаһы "Шифалы үҫемлектәр".
II. Төп өлөш:
Башҡорт эпостарының береһе "Ҡуңыр буға"ла былай тип яҙылған:
"Таңдысаның атаһы Өлкәр 12 - нән алып 30 йәшкә тиклем ятлап һабаҡ алған. Таһранда (Тегеранда) табиблыҡҡа уҡып ҡайтҡан ғилемле кеше. Уралдағы төрлө үләндәрҙән дауа эшләп, халыҡты дауалап, ауырыуҙарҙы йүнәлтер, һауыҡтырыр ине. Таңдыса: "Барып етһәм, ярылған табанымды, һыҙырылған балтыр, йөҙлөктәремде атайым дауалар, ярама юл япрағы һалып, йөнтәҫ япраҡтың (йондалы үлән) ҡыҙыл-көрән һутын һығып алып дауалар ине" тип уйлай. Үҙе йырлай:
"Ирәүән барҙа - ир үлмәҫ, андыҙ барҙа - ат үлмәҫ
Һыҙланыуҙан бар дауа - ҡырмыҫҡаның майы". <

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: