br/> Хәҙерге медицинала халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулдарына нығыраҡ иғтибар итә башланылар, сөнки химикаттар, төрлө препараттар кешегә зыян килтерә икән. Был хаҡта ғалим Варис Ғүмәров та яҙа. Уның яҙыуынса, халҡыбыҙ 100 төрлөгә яҡын үлән ҡулланған. Башҡортостаныбыҙҙа 200-ҙән ашыу төр дарыу үләндәре үҫә. Шуларҙың 120-һенең шифаһын медицина фәне лә өйрәнгән һәм таный. Үҫемлектәрҙең сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын элек үк төшөнгәндәр. Сөнки элек медицина булмаған.
Ә һеҙгә, уҡыусылар, олатай-өләсәйҙәрегеҙ, әсәй-атайҙарығыҙ үләндәр ярҙамында нисек дауаланырға өйрәтәләрме? Ниндәй шифалы үҫемлектәр йыяһығыҙ?
(Уҡыусылар яуап бирә)
II. Ә хәҙер мин һеҙҙе уларҙың бер нисәүһе менән таныштырып китәм.
:: Кесерткән - С витаминына бай үҫемлек. 100 грамм кесерткән япрағында 270 млг. С витамины бар. Шулай уҡ был үҫемлек составында баҡыр, тимер, марганец бар.
:: Алоэ - составында адоин, ыҫмала, матдәләр, фитонцидтар, витаминдар бар. Алоэ үт ҡыҙҙырыусы, организмға көс биреүсе, бактерияға, һалҡын тейҙереүгә ҡаршы тороусы, аппетитты асыусы үлән. Япраҡтарының һутын баш ауыртҡанда эсәләр, бал һәм сусҡа майы менән ҡатнаштырып туберкулезды дауалау өсөн ҡулланалар.
:: Ҡайын еләге - ҡан баҫымын төшөрөү, бауыр ауыртыуын баҫыу, эҫе һуҡҡанда ярҙам итеү өсөн емешен дә, япрағын да файҙаланалар.
:: Бесәй тырнағы үләне - сәскә һәм япрағын йыйып, көҙөн тамырын ҡаҙып алалар. Бесәй тырнағы үләне йомшартыусы, ауыртыуҙы бөтөрөүсе, һалҡын тейгәнде еңеләйтеүсе үҙенсәлеккә эйә. 1 балғалаҡ бесәй тырнағы үләненең сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыуға һалабыҙ, ҡайнар һыуҙа 2 сәғәт төнәтеп, һөҙөп, көнөнә 3 тапҡыр берәр балғалаҡлап эсәләр.
III. Ә хәҙер мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм, ә һеҙ яуаптарын табығыҙ:
:: Көҙ етһә, йөнөн ҡоя, яҙ етһә йәшәрә. (ҡайын)
:: Ҡышын да, йәй
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>