Әкиәт терапияһы

Страницы: <<  <  1 | 2

менән уйынсыҡ исемдәрен атауы, улар менән төрлө уйындар уйнап сығарыуы шуға дәлил.
Баланың телмәрен үҫтереүҙә әкиәт терапияһын ҡулланыу бик отошло ысул булып тора. Был йүнәлеште кескәйҙәр төркөмө балалары менән башлау бик отошло. Иң тәүҙә үҫтереүсе мөхитте төрлө битлектәр, башлыҡтар, кейем элементтары, бармаҡ театры, өҫтәл театры, сағыу һүрәттәр һәм башҡалар менән тулыландырыу мотлаҡ. Әкиәттәрҙе, эшмәкәрлек темаларын тәрбиәләнеүселәрҙең үҫеш кимәлдәренә, ҡыҙыҡһыныуҙарына, йәш үҙенсәлектәренә ярашлы һайлап алына. Мәҫәлән, белем биреү эшмәкәрлек барышында бала үҙен әкиәт донъяһына эләккәндәй хис итһен өсөн тылсымлы таяҡ, балаҫ, әкиәт геройҙарын, ҡоштар, тәбиғәт тауышы фонограммаһын ҡулланыу отошло. Шулай уҡ төрлө режим ваҡытындағы эшмәкәрлектә театр атрибуттарын ҡулланып балаға таныш булған әкиәтте сәхнәләштереү, ҡыҙыҡлы уйындар уйнау, шиғыр, йырҙар өйрәнеү, күрһәтмә материалдар ҡулланыу телде үҙләштереүҙә, баланың һөйләү һәләтен үҫтерә. Әкиәт терапияһын ҡулланыу балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә бик ҙур һөҙөмтәләр бирә. Балалар бер - береһен тыңларға, эҙмә - эҙлекле итеп тасуирлап һөйләргә өйрәнә, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтергә һәм телмәрҙе нығытырға өлгәшә. Башта балалар йүнәлешле һорауҙар, төрлө схемалар ярҙамында әкиәт ижад итһә, аҙаҡ улар күп осраҡта бер ниндәй ярҙамһыҙ бәләкәй әҫәр ижад итергә лә дәртләнә. Әкиәт терапияһы алымдары баланың телмәрен, ижад итеү һәләтен үҫтерә, тасуири саралар аша (мимика, интонация, ым - ишара) образға инеү һәләтен формалаштыра, геройҙың эмоциональ торошон аңларға һәм тойорға, башҡа персонаждар менән ролле ғәмәлгә инергә өйрәнә.
Ата- әсәләр йыйылышынан һуң кофе эсеү менән тамамлау.






Страницы: <<  <  1 | 2
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: