Әкиәт терапияһы

Страницы: 1 | 2  >  >>

Әкиәт терапияһы
Балаларҙың телмәрен үҫтереү -- балалар баҡсаһында дөйөм уҡытыу-тәрбиәләү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн дөрөҫ телмәр үҫтереү, баланың туған теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өлкәндәрҙең төп бурысы. Телмәр -- төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы. Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү -- мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Ошо осорҙа баланың аң кимәле үҫешә, тәүге күҙаллауы барлыҡҡа килә, тирә-йүндәге ябай бәйләнештәр тураһында белеме формалаша. Баланы тирә - йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә, һүҙлек запасын байытыуҙа, һүҙбәйләнештәр төҙөүҙә, фекерләү ҡеүәһен, логик фекерләүен үҫтереүҙә әкиәттәр ярҙамға килә.
Хәҙерге ваҡытта кескәйҙәрҙе әкиәттәр менән таныштырыу, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн заман талаптарына тап килгән технологиялар бик күп. Шундай технологияларҙың береһе булып әкиәт терапияһы тора. Әкиәт -- бөтә халыҡтарға хас, элек - электән килгән халыҡ ижадының бер төрө. Уны ололар ҙа, балалар ҙа яратып уҡый. Әкиәт һәр ваҡыт баланы тик яҡшылыҡҡа ғына әйҙәй, дуҫ булырға өйрәтә.
Баланы әкиәт уҡыу балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерә тигәнде ишеткәнегеҙ бармы?
Психологтар ныҡышмалы рәүештә ошо терапия төрөн ҡулланырға кәңәш итә. Әкиәттәр, беренсенән, баланың фантазияһын һәм фекерләү сослоған үҫтерә.
Икенсенән, бала яҡшы менән ямандың сиген билдәләп, үҙ булмышында нимәнең һәйбәт һәм насар икәнлегенә асыҡлыҡ индерә. Бик йыш әкиәт тыңлап үҫкән бала ҡыҙыҡһыныусан, кеше менән еңел аралашыусан һәм дөрөҫлөктө ихтирам итеүсе булып үҫә. Ҡағиҙә булараҡ, бала төрлө хәл - ваҡиғаларҙың дөрөҫлөктөң еңеүе менән тамамланырына ышаныс менән үҫә.
Өсөнсәнән, хәтер яҡшыртыу өсөн әкиәттәр иң уңайлы юл икән. Баланың яратҡан әкиәт геройҙары

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: