Проекттың темаһы: Ғәҙелшә шарлауығы
Проект төрө: оҙайлы сроклы
Гипотеза: Ғәҙелшә шарлауығының тирә- яғы ярҙамға мохтаж.
Актуаллеге:
Ғәҙелша шарлауығы Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе һанала. Был матурлыҡты ҡарарға республикабыҙҙың ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә киләләр. Бындағы тәбиғәт хозурлығын, таштан ташҡа һуғылып аҡҡан шарлауыҡты күреп күптәр хайран ҡала. Үкенескә ҡаршы, был һоҡланыу оҙаҡ дауам итмәй. Шул уҡ кешеләр аҡланға кире төшөү менән, усаҡтар яғып, табын ҡороп ебәрә. Арттарынан тау-тау сүп өйөмө, күмергә әйләнгән усаҡ эҙҙәре ҡала. Әйткәндәй, Ғәҙелша шарлауығы тирәһендә үҫкән күп кенә үләндәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Былай барһа, бер нисә йылдан улар ҙа юҡҡа сығасаҡ. Киләсәк быуын хаҡында ла уйларға кәрәк бит. Уларға беҙҙән ниндәй ҡомартҡы ҡаласаҡ һуң? Улар ҙа Ғәҙелшаның матурлығына һоҡланырға лайыҡ.
Проектты төҙөүселәр: ХәсәноваӘ. Ш, Иргалина Г. Ә, Ташбулатова Ә. Ә.
Проект эшен үтәүселәр: тәрбиәселәр, балалар, ата- әсәләр.
Проекттың маҡсаты:
Ғәҙелшә шарлауығы һәм уны уратып алған үҫемлектәр, хайуандар донъяһының төрлөлөгө менән таныштырыу. Бөтә ерҙәге тереклеккә уның йоғонтоһон күрһәтеү.
Бурыстары:
- балаларға тәбиғәттәге матурлыҡты тәрән күңел менән аңлау һәм ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү;
- балаларға тәбиғәт тураһында элементтар белем биреү, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт буйынса аныҡ күҙаллауҙарын үҫтереү;
- тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү,;
үҫемлектәргә һәм йәнлектәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Башҡа эшмәкәрлек төрҙәре менән бәйләнеш:
- Хеҙмәт эшмәкәрлеге;
- Эҙләнеү- тикшеренеү эшмәкәрлек;
- Музыкаль эшмәкәрлеге;
- Уйын эшмәкәрлеге;
- Хәрәкәт эшмәкәрлеге;
- Һүрәтләү эшмәкәрлеге;
- Нәфис әҙәбиәтте ҡабул итеү;
Тормошҡа ашырыу этаптары:
Әҙерл
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>