ДУҪЛЫҠ МЕНӘН КӨСЛӨБӨҘ
(Шат һәм тапҡырҙар клубы)
ДУҪЛЫҠ МЕНӘН КӨСЛӨБӨҘ
(Шат һәм тапҡырҙар клубы)
Маҡсат:
1. Башҡорт һәм урыҫ халыҡ ижады тураһында белемде камиллаштырыу,
2. фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, төрлө милләт халҡына ихтирам тойғоһо,
3. дуҫлыҡ хистәре тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
ҡарағай- ҡыпсаҡ, үҫәргән, бөрйән, түңгәүер ырыуы уҡыусыларының үҙ шәжәрәләре,
һүрәттәр менән карточкалар,
иллюстрациялар,
аудиокассеталар,
Башҡортостан, Рәсәй карталары,
һорауҙар яҙылған сәскә таждары,
яуаптар яҙылған карточкалар.
1-се алып барыусы:
- Уҡыусылар, тарихтан билдәле булыуынса, иң беренселәрҙән булып Рус дәүләтенә меңле ырыуы башҡорттары ҡушыла, унан һуң тамъян, бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ ҡәбиләләре башҡорттары Иван Грозный батша тәҡдимен ҡабул итә. Бөгөнгө сарабыҙ рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығына арнала.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары тыңланыла.
2-се алып барыусы: Мостай Кәримдең "Россиянмын "шиғырын уҡый.
I. Команданың исеме һәм девизы менән таныштырыу.
/5 балл/
1-се алып барыусы:
- Һәр команда үҙенә бер ырыу исемен һайларға тейеш. Шулай уҡ команданың һәр ағзаһы үҙе менән таныштырырға бурыслы. Рәхим итегеҙ, командалар, һүҙ һеҙгә.
Һәр команда ағзаһы үҙе менән таныштыра. Мәҫәлән, "Мин Бөрйән ырыуынанмын, Һаҡмар һыуын һыулайым". /һәр команда ағзаһына бер балл/
II. Шиғыр бәйгеһе /5 балл/
2-се алып барыусы:
Беҙҙең республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре дуҫ һәм берҙәм йәшәй. Беҙ бер-беребеҙ менән рус телендә аралашабыҙ. Башҡорт һәм рус телдәре Башҡортостан Республикаһында Дәүләт теле итеп ҡабул ителгән. Хәҙер ошо ике халыҡ дуҫлығына арналған шиғыр уҡыу бәйгеһе үткәрәбеҙ. Һе
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>