лайҙар
Бергәләшеп атлайҙар.
Һикерәләр, йүгерәләр
Бер - беренән ҡалмайҙар.
Йылы икән устары,
Бик шәп икән дуҫтары.
Афарин, балалар, эштәрҙе дауам итәйек.
-Һүрәттә нимә күрәбеҙ? (малай автобуста ҡыҙға урын бирә). Ә ни өсөн ул урын бирә? (сөнки малай тәртипле, үҙен тотоу ҡағиҙәләрен белә).
-Малай ҡыҙға һыу аша сығырға ярҙам итә. (малай тәртипле, ярҙамсыл).
-Автобустан сыҡҡанда атай әсәйгә ҡулын бирә. (атай көслө, иғтибарлы, аҡыллы).
-Атай өләсәйгә сумкаһын күтәрешергә ярҙам итә. (ул көслө, ярҙамсыл).
-Афарин, балалар, һеҙ бөтә һүрәттәргә лә дөрөҫ яуап бирҙегеҙ. Ҡыҙ менән малай дуҫлаштылармы?
-Әйҙәгеҙ, "ҡурсаҡты кейендер" тигән уйын уйнайыҡ,шунан һуң бәлки ҡыҙ менән малай дуҫлашырҙар.
-Таҡтала ниндәй ҡурсаҡтар? (ҡыҙ, малай). Ошо һүрәттәр араһынан һайлап кейендерер кәрәк. Ҡурсаҡтарҙыла кейендерҙек, ә ҡыҙ менән малай дуҫлашманылар, әйҙәгеҙ беҙ уларға дуҫлыҡ салюты эшләп бүләк итәйек. (балалар өҫтәл арттарына ултыралар). Һеҙҙең алдығыҙҙа аҡ ҡағыҙҙар һәм унда төрлө төҫтәге буяуҙар тамыҙылған, буяуҙарҙы көпшәләр ярҙамында төрлө яҡтарға өрөп дуҫлыҡ салюттары эшләргә кәрәк. (күңелле көй аҫтында балалар эшләйҙәр). Балалар ҡарағыҙ әле ниндәй матур салюттар килеп сыҡты. Ҡыҙ менән малайға ҡарайыҡ әле улар дуҫлашҡандармы? (эйе, ҡыҙ менән малай дуҫлашҡандар). Ә ҡайҙан беҙ уларҙың дуҫлашҡанын белдек? Ҡыҙ менән малай дуҫлашһын өсөн беҙ нимәләр эшләнек? Беҙ нимә тураһында һөйләштек?
Малайҙар ниндәй булырға тейештәр, ә ҡыҙҙар?
-Эйе, ысынлапта дуҫлыҡ тураһында бик күп мәҡәлдәр бар, "дуҫ булһаң, дуҫыңдың ҡәҙерен бел". Шуның өсөн дә үҙебеҙҙең дуҫтарыбыҙҙың ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. Ә һеҙҙең дуҫтарығыҙ бармы? Ә кемдең дуҫы юҡ, хәҙер беҙ дуҫтар һайлай беләбеҙ, эйеме? Хәҙер дуҫтарыбыҙ менән бергәләшеп күңелл
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>