br/>Йәшәйәсәк халҡым да.
(И. Кинйәбулатов)
2-се алып барыусы:
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтермен тик туған телемдә.
(Р. Назаров)
1-се алып барыусы:
Үҙ әсә телем - минең өсөн матур, иң тәмле тел,
Үҙ телем - үҙ байлығым булғаны өсөн ярата күңел.
Һүҙ китапханасыға бирелә. Ул балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан әҫәрҙәргә күҙәтеү яһай.
1-се алып барыусы:
Донъяла киңлек етерлек.
Ер йөҙө бай һәм бөйөк.
Туған телде өйрәнәбеҙ
Беҙ шулай күңел биреп.
2- се алып барыусы:
Ҡылды ҡырҡҡа ярған сәсән теле
Туя алмаҫ һине маҡтауҙан.
Тыуған илем - минең әсәм теле,
Ҡыйырһытмам heҙҙе яттарҙан.
Эй туған тел - тәрән диңгеҙ,
Сумhаң да буйлап була.
Ул ҡурайҙа бар донъяның
Моңдарын уйнап була.
Р. Бикбаевтың "Халҡыма хат" поэмаhынан өзөктө уҡыусы һөйләй.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Р. Fариповтың "Аманат" ҡобайырын hөйләй.
Йомғаҡлау
Китапханасы:
-Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең
Улы булып тыуған көнөм,
Рәхмәт hиңә!
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матур телем, туған телем,
Рәхмәт hиңә,
минең телем!
Һау булығыҙ!
Страницы: << < 2 | 3 | 4