День родных языков

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>

аң һымаҡ,
Башҡорт теле ғорур -
Ҡаялары
Күккә ашҡан Уралтау һымаҡ.
2-се алып барыусы:
Ҡурайҙарҙан моң һәм аһәң алған,
Ҡанат алған шоңҡар ҡоштан ул.
Салауаттың талмаҫ толпарында
Ирек даулап алға осҡан ул !. .
Ағиҙелдең ҡыйғыр бөркөттәрен
Fорурлығы иткән Кутузов. . .
Башҡорт теле күргән Париждарҙы,
Походтарҙа оҙон юл уҙып. . .
1-се алып барыусы:
Ыласын ҡошмо әллә туған телем -
Урал ҡаяларын төйәк иткән?
Ҡарурманмы әллә туған телем -
Ел ҡағылған hайын сыңлап киткән?
2-се алып барыусы:
Минең телем - тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаhы -
Таҙа намыҫы!
Б. Бикбайҙың "Туған тел" шиғыры. (уҡыусы һөйләй)
1-се алып барыусы:
Ике башҡорт hөйләй башҡа телдә,
Миңә генә, бәлки, сәйерҙер.
Әсәм теле - иң ҡәҙерле телдер,
Иң ғәзизе - тыуған был ерҙер. . .
Һандуғастар матур hары талда,
Сәскә гүзәл тыуған ерендә.
Ниндәй сәйер булыр ине донъя
Һандуғастар
Йыр йырлаhа кәкүк телендә. . .
2-се алып барыусы:
Эй, туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеheң hин! Гүзәлhең, күркәмhең, йыйнаҡһың, hин байhың, ҡеүәтлеhең, мәргәнhең! Шуға ла халыҡ ил ағаhы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр hүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде.
Китапханасы: Ә хәҙер тел тураhында мәҡәлдәр hәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрәйек.
Аҡыл - ҡаҙна, күңел - йоҙаҡ, тел - асҡыс.
Тел -- күңел көзгөhө.
Телдәр белгән - илдәр белгән.
Тура юлды тел табыр.
Туған тел - халыҡ теле.
Бер ауыҙға - ике тел һыя.
Теле барҙың - юлы бар.
Иле барҙың - теле бар.
Тел ҡылыстан да үткер.
1-се алып барыусы:
Яҙмышыбыҙ - тел яҙмышы,
Беләм уның хаҡында:
Әгәр телем йәшәй икән,<

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: