День родного языка

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>





21 февраль--- Халыҡ- ара туған тел көнөнә арналған әҙәби кисә


"Туған телемде яратам"













"Ерҙә һәр тел - ғүмер буйы йыйған
Бөйөк хазинаһы халыҡтың"
М. Ямалетдинов.
Маҡсат:
1. Халыҡ - ара туған тел көнө тураһында мәғлүмәт биреү;
2. Туған тел, туған телде һаҡлау тураһында фекер алышыу;
3. Йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
:: Сәхнә биҙәлеше:
Башҡортостандың картаhы, тәбиғәт күренештәре hүрәттәре;
:: Фойе биҙәлеше:яңы сыҡҡан китаптар күргәҙмәhе;
Стенд: "Туған тел - халҡыбыҙҙың беҙгә аманат иткән теләге"
Ғ. Хөсәйенов
(Сәхнә артында ҡурай моңо яңғырай. )
1-се алып барыусы:
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

2-се алып барыусы:
Туған тел - белем асҡысым,
Киң юлдар астың миңә.
Тыуған ил, туған тел бирҙең,
Рәхмәт әйтәмен hиңә.
Китапханасы һүҙе:
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек,ғәзиз хазинаhы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта "Иле-юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ" тип әйтелә. ЮНЕСКО тәҡдиме менән 1999 йылдан алып 21 февраль - Халыҡ - ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән.
Туғaн тел. . . Кеше тәү мәртәбә ошо телдә - "әсәй", "атай"hүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аралаша. Әхлаҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына hеңдерә, күңеленә һала. Туған теле арҡаһында ул үҙ халҡының күңел хазинаһын - илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтар

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: