ын белеү бәхетенә ирешә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ниғмәти үҙенең бала сағы хаҡында бына нимә тип яҙған:
"Ми - нең атайымдың эсе тулы хазина булып сыҡты: ул бик күп әкиәт белә ине. Йәйге кистәрҙә - өй эргәhендә, ҡышҡы кистәрҙә - урындыҡҡа теҙелеп, беҙ атайымдың бер ваҡытта ла туйҙырмай торған әкиәттәрен сәғәттәр буйы тыңлай торғайныҡ".
"Халыҡтың телендә уның бар тари - хы сағыла," - тип әйткән рус филологы, академик Федор Буслаев. Туған тел кешегә үҙ языусыларының әҫәрҙәрен еткерә, композиторзарының опера - ларын ишеттерә. Туған тел кешенең белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяhына ынты - лыусан итеп тәрбиәләй. Кешенең үҙ иленең патриоты, үҙ халҡының традицияларына тоғро булыуы ла туған телгә бәйләнгән. Туған телендә иркен hөйләшә белеү үҙ аллы фекерләргә генә түгел, юғары культураға ла эйә булырға ярҙам итә.
Донъяла хәзер 3 меңгә яҡын тел барлығы билдәле. Тимәк, кешеләр 3 мең төрлө телдә hөйләшә, аралаша. Ошо телдәрҙә hөйләшкән халыҡтарҙың hаны ла бик төрлө. Әйтәйек, ҡытай, hинд, инглиз, рус, япон телдәрендә йөҙәр миллион кеше hөйләшә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең илдә йәшәгән ненец, эскимос hәм башҡа халыҡтарҙың hаны бер нисә мең генә. Беҙҙең өсөн, баш - ҡорттар өсөн, башҡорт теле туған тел hанала. Был телдә бөгөн миллиондан артыҡ кеше hөйләшә.
Хәҙерге башҡорт теле - hәp яҡлап үҫешкән телдәрҙең береhе. Туған телдә халыҡтың тормошо hәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.
Үҙешмәкәр композитор М. Сәлимовтың Р. Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған "Ерем, илем, телем" йыры
1-се алып барыусы:
Башҡорт халҡы матур ғүмер итә
Ағиҙелдә, Тыуған илендә.
Һайрашып ул тарих күкрәгенән
Урғып сыҡҡан туған телендә.
Башҡорт теле күркәм -
Һаҡмарҙарҙа
Көлөмһөрәп атҡан т
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>