День Матери

Страницы: <<  <  1 | 2

Өйрәтә төрлө эшкә,
Һөнәрем арта шулай.
Мин үҫәм, үҫәм, үҫәм (яй ғына баҫалар),
Яңы класҡа күсәм (1 аҙым алға сығалар).
Бик бәхетле йәшәйем,
Рәхмәт һиңә, Әсәйем! (баш эйәләр).
5). Уҡытыусы һүҙе: Яҡшы һүҙҙәр ҙә була,
Насар һүҙҙәр ҙә була.
Яҡшы һүҙҙәр менән гел
Минең дәфтәрем тула.
Һеҙгә кроссворд сисергә тәҡдим итәм. Белешмә өсөн һүҙҙәр рус телендә бирелгән: дорогая, мамочка, счастье, радость, единственная, красивая. Дөрөҫ тәржемә итһәгеҙ, ҡәҙерле кешебеҙҙең исемен уҡырбыҙ.
6). Таҡталағы мәҡәлдәрҙе уҡыу, тәржемә итеү, мәғәнәләрен аңлатыу: "Әсәнең теле тиргәй, ә йөрәге ярата", "Әсә асыуы яҙғы ҡар - күп булһа ла, тиҙ ирей".
oo Әсәйҙәр һеҙҙе ниндәй генә булһағыҙ ҙа ярата. Ләкин "әсәйем мине ярата, ни эшләһәм дә ғәфү итә" тип, әсәйҙәрҙе ҡайғыға һалырға, насарлыҡ ҡылырға ярамай, "ҡарғыш алма, алғыш ал" тип әйткән боронғолар.
7). Өй эшен аңлатыу: әсәйҙәр тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә.
IV. Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау.
V. Йомғаҡлау. Буяуҙарымды алдым да,
Ҡояш төшөрҙөм - һары.
Әсәйем дә ҡояш кеүек
Берәү генә шул бары.
"Һәр аҡыт булһын ҡояш!" йырының 1-се куплетын рус телендә ҡушымтаһын башҡортса йырлау.




Страницы: <<  <  1 | 2
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: