3 класта "Рәхмәт һиңә, әсәйем!" темаһына дәрес конспекты.
Маҡсат. Фонематик ишетеү, артикуляция күнекмәләрен нығытыу, дөрөҫ, аңлайышлы уҡыу күнекмәләрен нығытыу; бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү; һүҙлек байытыу; әҙәпле һөйләшергә өйрәтеү, әсәйҙәргә ҡарата ихтирам тойғоһо тәәрбиәләү.
Йыһазландырыу. 3 класс өсөн Толомбаев Х. А. , Дәүләтшина М. С. авторлығындағы дәреслек, һүрәттәр, мәәҡәлдәр я:ылған плакат, кроссворд, һүҙлек (таҡтала), ҡояш һүрәте.
Дәрес барышы.
I. Дәресте ойоштороу.
Артикуляцион күнекмә: Матур-матур гөлдәр беҙ,
Ҡояшҡа үреләбеҙ (таҡтанан уҡыу).
II. 1). Маҡсат ҡуйыу.
Эй, бала! Ул бит һине
Ярата, һөйә, бәпкәм был, ти.
Эй, ике күҙем нуры,
Сәскәм был, ти, гөлөм, гөлөм, был ти.
Һин иларға башлаһаң
Сеү-сеү балам, сеү-сеү тигән.
Һин йоҡларға теләһәң,
Әлли, тигән, бәлли, тигән.
oo Кем ул, балалар?
2). Әңгәмә ҡороу, дәрестең маҡсатын билдәләү.
3). Өй эшен тикшереү. Уҡысылар әсәйҙәр тураһында шиғырҙарҙы тасуири уҡый, һөйләмдәр уҡый.
III. Яңы тема өҫтөндә эш.
1). Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу.
2). Һүҙлек эшен таҡтанан хор менән, сылбырлап уҡыу: бер генә - едининственная, һөйөнөс - радость, йөрәк - сердце, асыу - гнев, тиргәй - ругает (һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү, яҙыу).
3). "Әсә рәхмәте" тексын ролдәргә бүлеп, һуңынан сылбырлап уҡып, тәржемә итеү; өйҙә һин нимәләр эшләйһең? Һин әсәйеңә нисек ярҙам итәһең? һорауҙарына яуап биреү, диалог төҙөү.
4). Ял минуты.
Мин әле бәләкәй (сүкәйеп ултыралар),
Йүгерәм, уйнап, көләм (урында йүгерәләр),
Һөйөклө әсәйем бар -
Мине ярата, беләм (үҙҙәрен ҡосаҡлайҙар),
Әсәй мине ярата,
Иркәләй, һөйә, наҙлай (баштарын һыйпайҙар).
Страницы: 1 | 2 > >>