1. Хәйерле кис, хѳрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, илем, халҡым, телем, тип йән атыусылар!
2. "Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр" тип аталған кисәне асыҡ тип иғлан итәбеҙ.
1. Сәләм һеҙгә, дуҫтар-туғандар,
Йѳрәктәре моңға тулғандар!
Хозур Урал - беҙҙең илебеҙ,
Сәскә атһын ғәзиз еребеҙ.
Күңелдәрҙә бер теләк -
Дуҫ йәшәйек бергәләп.
2. Туған тел - ул халыҡтың тере күңеле, һѳйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бѳтмәҫ-тѳкәнмәҫ рух байлығы.
Зәйнетдинова Айзилә башҡарыуында шиғыр.
1. Тел - ул халыҡтың тормош тәжрибәһен , аҡылын, хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна. Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһы. Уға тиң баһа юҡ.
2. Туған тел хаҡында фекер йѳрѳткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мѳрәжәғәт итергә кәрәк. Ысынлап та, шағирҙар - улар ысын поэтик һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар.
Ҡыҙрасов Инсаф башҡарыуында шиғыр.
2. Туған телгә халыҡтың фәлсәфәһе, донъяны танып-белеүе, уй-тойғолары, холҡо һалынған. Туған телдә моң ярала. Ҡайҙа һүҙ бѳтә, шунда моң башлана.
Һеҙҙең алдығыҙҙа Ғәбдиев Эмиль "Туған тел" йырын башҡара.
1. Башҡорт теле - дәүләт теле.
Халҡыбыҙ тарафынан күптән көтөлгән, сәйәси һәм хоҡуҡи яҡтан әҙер булған Закон 1999 йылдың 5 февралендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышында хупланды һәм Республикабыҙ Президенты тарафынан 4 майҙа раҫланып ҡабул ителде.
Бынан һуң телдәр статусын нығытыуға йүнәлтелгән бик мөһим хоҡуҡи документ ғәмәлгә инде - ул да булһа Башҡортостан Республикаһының яңыртылған Конституцияһы. Ошо мөһим документттарҙа ике тел (башҡорт һәм рус телдәре) дәүләт теле тип таныла, башҡа халыҡтарҙың телдәренең статусы ла билдәлә
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>