Ҡайын ағасы

Страницы: 1 | 2  >  >>

Күҙәтеү: Ҡайын ағасы
Маҡсат: ҡайын ағасын күҙәтеү; ҡайын ағасына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Матурлыҡты күрә белеү.
Ҡарағыҙ әле балалар был нимә ул? (Балаларҙың яуаптары).
Эйе ағас. Балалар ағастарҙыңда исемдәре була, был ағастың исеме ҡайын. Балалар, тыңлағыҙ әле, мин һеҙгә шиғыр һөйләйем.
Гүзәл ҡыҙҙай матур була,
Бөҙрә сәсле, аҡ тәнле.
Уның янында һәр ваҡыт
Күңелле һәм дә йәмле.
Был ҡайын ағасының ботаҡтары. Улар эйелешеп беҙҙең менән һаулыҡ һорашалар, әйҙәгеҙ әле беҙҙә һаулыҡ һорашайыҡ.
Ҡайын ағасы аҡ төҫтә һәм ҡара таптары бар. Ағас бейек уның осон күрер өсөн баштарҙы өҫкә күтәреп ҡарар кәрәк. Әйҙәгеҙ, балалар, ҡарайыҡ әле (өҫкә ҡарау). Ҡайын ағасы бейек, ә беҙ уның эргәһендә тәпәшбеҙ.
Ҡалай бейек, матур ағас. Был ағастың исеме нисек әле, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрәйек. ( Балаларҙың яуаптары).
Афарин, балалар.
Уйындар:
Көн һәм төн
Маҡсат: балаларҙы сигнал буйынса хәрәкәтте башларға һәм туҡтарға, атлағанда, йүгергәндә бер-береһенә бәрелмәй йөрөргә өйрәтеү. Балаларҙа иғтибарлыҡ , йылдамлыҡ тәрбиәләү.
Уйын барышы:балалар түңәрәктә торалар. Тәрбиәсе уйын алдынан ҡыҫҡаса ғына әңгәмә үткәрә:
Балалар һеҙ көндөҙ нимә эшләйһегеҙ (уйнайбыҙ, бейейбеҙ, йүгерәбеҙ ) ?
Ә төнөн нимә эшләйһегеҙ (йоҡлайбыҙ) ?
Эйе, дөрөҫ. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән Көн һәм төн тигән уйын уйнайбыҙ. Мин көн тип әйтһәм, һеҙ уйнағыҙ, йүгерегеҙ, һикерегеҙ, атлап йөрөһәгеҙ ҙә була. Мин төн тип әйтһәм сүкәйеп ултырырға тейешһегеҙ.
Уйын бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
Ағастар
Þ
v
әрен тыңларға һәм һүҙҙәргә ярашлы хәрәкәттәр башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү. Етеҙлек, сослоҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.
Уйын барышы: балалар түңәрәк яһап торалар. Тәрбиәсе Ел сыҡты- тип әйтһә, балалар ҡулдарын өҫкә күтәреп бәүелеү хәрәкәттәре эшлә

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: