Мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
"Бала үҫтереү үҙәге "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы"
Танып белеү: ҡоролмалар төҙөү
Аквариумдағы балыҡтар
(Уртансылар төркөмө)
Тәрбиәсе:
Ташбулатова Ә. Ә.
Маҡсат:
-Ҡағыҙҙан оригами ысулы менән балыҡ эшләргә өйрәтеү;
-Балыҡтар тураһында белемдәрен нығытыу;
-Бәйләнешле телмәр, хәтерҙәрен үҫтереү;
-Балыҡтарға һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Йыһазландырыу:
Төҫлө ҡағыҙҙҙар, бумала, елем, салфетка, ҡайсы, һалыҡтар төшөрөлгән һүрәттәр өлгөһө;
Методик алым:
Нәфис әҙәбиәт-йомаҡ сисеү, балыҡтар тураһында әңгәмә, балыҡтар һүрәтләнгән һүрәттәр ҡарау, балыҡ эшләү;
Дәрес барышы:
-Балалар иғтибар менән тыңлағыҙ мин һеҙгә бер йомаҡ әйтәм, ә һеҙ миңә яуабын әйтерһегеҙ.
Аяғы юҡ-йөрөй,
Ҡанаты бар-оса алмай.
-Балыҡ.
-Афарин, балалар, йомаҡтың яуабы балыҡ.
-Һүрәттә нимәләр төшөрөлгән?
-Балыҡтар төшөрөлгән.
-Ниндәй балыҡтар була?
-Ҙур һәм бәләкәй балыҡтар була.
-Балыҡтар ҡайҙа йәшәй?
-Балыҡтар аквариумда, йылғала, күлдәрҙә йәшәй.
-Балыҡтар ниндәй төҫтә булалар?
-Балыҡтар төрлө төҫтә булалар.
-һәм төрлө формала булалар.
-Балалар, әйтегеҙ әле балыҡтар беҙҙе күрәләрме?
-Эйе, күрәләр, уларҙың күҙҙәре бар.
-Балыҡтарҙың күҙҙәре ниндәй формала?
-Күҙҙәре түңәрәк формала.
-Күҙҙәре ҡайҙа урынлашҡан?
-Күҙҙәре балыҡтың башында урынлашҡан.
-Балыҡтарҙың тәне нимә менән ҡапланған?
-Тәнкәләр менән ҡапланған.
-Ә балыҡтар нимә ярҙамында хәрәкәт итәләр?
-Балыҡтар ҡойроҡтары һәм йөҙгөстәре ярҙамында һыуҙа йөҙәләр.
Ял минуты.
Страницы: 1 | 2 > >>