Аквариумдағы балыҡтар

Страницы: <<  <  1 | 2

>Йылы таҙа һыуҙа балыҡтар
Йөҙәләр, уйнайҙар,
Ел сыҡһа һыуҙың аҫтына төшәләр,
Ҡояш сығыу менән
Өҫкә күтәреләләр.
-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡағыҙҙан балыҡтар эшләйбеҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙҙар ята, ошо ҡағыҙҙан бөкләп балыҡ эшләйбеҙ. Ҡағыҙҙың бер мөйөшөн икенсе мөйөшөнә ҡуйып бөкләйбеҙ һәм ҡағыҙҙы асабыҙҙа, икенсе яғын да шулай уҡ бөкләйбеҙ. Ҡире асабыҙҙа ҡағыҙҙың ике мөйөшөнән алып ҡапма-ҡаршылағы мөйөштәренең өҫтөнә һалып ҡағыҙҙы бөкләйбеҙ һәм ҡағыҙҙы кире асабыҙ. Ҡапма-ҡаршы торған мөйөштәрҙе бер-береһенең өҫтөнә һалабыҙ һәм ҡайсы алып балыҡтың ҡойроғон ҡырҡабыҙ.
Бына балыҡ килеп сыҡты. Ә балыҡҡа тағы ла нимә эшләргә кәрәк?
-Күҙҙәр.
-Күҙҙәрен әҙерләп ҡуйҙым. Бумала алып түңәрәктең аҡ яғына елем һөртәбеҙ ҙә балыҡҡа йәбештерәбеҙ,
Ә хәҙер бөтәбеҙҙә балыҡтарыбыҙҙы аквариумға йәбештерәйек. Ҡарағыҙ әле аквариум ниндәй матур булды.
Йомғаҡлау:
-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә эшләнек?
-Яуаптар.
-Балыҡты нимәнән эшләнек?
-Яуаптар.
-Балыҡтарҙы ҡайҙа йәбештереп ҡуйҙыҡ?
-Яуаптар.







Страницы: <<  <  1 | 2
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: