Ҡуяндың өйө.
(өлкәндәр төркөмөндә ҡоролмалар ҡороу)
1. Ойоштороу моменты.
Ҡуян илап инә-"Ни эшләп илайһың ҡуян?"-"Төлкө мине ҡыуалап өйөмдән сығарҙы"-Балалар был ҡуян ҡайҙан килгән?-"Әкиәттән"-"Әйе дөрөҫ был ҡуян,әкиәттән килгән,ә ниндәй әкиәттән?(ҡуян м-н төлкө)-"Дөрөҫ б-р"-"Балалар әйҙәгеҙ ҡуянға ярҙам итәйек. "-Хәҙер мин кемдәргә кубик бирәм шул ҡуян м-н төлкөгә кубиктан өй эшләйҙәр. Ә кемгә кубик етмәне улар минең менән бында ҡағыҙҙан өй эшләйҙәр.
Маҡсат:
-Өйҙөң төҙөлөшө уның тәғәйенләше үҙенсәлектәре тур-да төшөнсәләрҙе формалаштырыу;
-оригами техникаһы б-са өй эшләргә өйрәтеү;
-балаларҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү;
-төҙөүсе һөнәренә һөйөү тәрбиәләү;
Күргәҙмә материал:
Өй һүрәт әҙер өй моделе.
Таратыу материалы:
Төҫлө ҡағыҙ бите тәҙрәләр ишек.
Йыһазландырыу:
Елем, бумала, салфеткалар, музыка.
Методик алымдар:
Әңгәмә, күрһәтеү, аңлатыу.
2. Дәрес барышы.
Т. Балалар иң тәүҙә минең йомағымды сисегеҙ:
"Киртләс киртләс кәбән ҡойҙом
Ҡолаҡ тиштем күҙ тиштем"
Б. Өй
Т. Дөрөҫ ә өйҙө ниндәй материалдан төҙөһәң нығыраҡ була?
Б. Өйҙө ағастан кирбестән төҙөһәң нығыраҡ була.
Т. Өйҙәрҙе кемдәр төҙөйҙәр?
Б. Төҙөүселәр - строитель. Улар өйҙәр төҙөйҙәр.
Т. Ниндәй төр өйҙәр беләһегеҙ?
Б. Ауыл өйө этажлы өй
Т. Балалар ҡарағыҙ әле һүрәткә бында нисә этажлы өй күрәһегеҙ?
Б. 1 этажлы өй; 2 этажлы өй ;3 этажлы өй; 4 этажлы өй ;5 этажлы өй;бейек йорт.
Т. Ә ауыл өйө ҡала йортонан нимәһе м-н айырыла?
Б. Ауыл өйөндә бер ғәилә йәшәй,ә этажлы йортта күп ғаиләләр йәшәй. Ҡалала бейек йорттар ә ауылда тәпәш йорттар.
Т. Ә хәҙер мин һеҙгә эшләп күрһәтәм һеҙ ихтибар м-н ҡарағыҙ.
3. Практик эш.
Страницы: 1 | 2 > >>