"Йәйғор"
Маҡсат:
Өйрәтеүсе:
-балаларҙың эҙләнеү - тикшеренеү эшмәкәрлеге аша белемен байытыу;
-йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт тураһында балаларҙың белемен киңәйтеү (һыуҙың үҙенсәлектәре тураһында алған белемдәрен дөйөмләштереү) балаларҙа эҙләнеү - тикшеренеү эшмәкәрлеге элементтарын формалаштырыу;
-лэпбук технологияһы менән таныштырыуҙы дауам итеү;
Үҫтереүсе:
-балаларҙың аң - зиһенен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
-эҙләнеү - тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса мәғлүмәттәр йыйыу һәм уларҙы аңлата белеү, һығымта яһау;
-диалогик телмәр үҫтереү, һыу үҙенсәлектәре тураһында балаларҙың белемен нығытыу;
Тәрбиәүи:
- тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Һүҙлек эше: йәйғор, аквариум, транспорт, һыу спорты;
Йыһазландырыу: фонояҙма, лэпбук, һүрәттәр төшөрөлгән карточкалар, ҡағыҙҙан ҡырҡылған аквариум, балыҡтар, салфетка, фломастерҙар, клеенка;
Методик алымдар: аудиояҙма тыңлау, һүрәттәр ҡарау, лэпбукты мәғлүмәттәр менән тулыландырыу, тәжрибә эшләү;
Эшмәкәрлек төрө: аралашыу, эҙләнеү - тикшеренеү;
Алдан алып барылған эш: күҙәтеүҙәр, әңгәмәләр: "Балыҡтарҙың йәшәгән урыны", "Һыу нимә өсөн кәрәк?";
Нәфис әҙәбиәт уҡыу: "Ямғыр" М. Бикбова, "Ямғыр яу, яу" Г. Юнысова;
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге:
Балалар төркөмдә уйнап йөрөйҙәр, ниндәйҙер тауыш ишетелә - ямғыр тауышы. Балалар, бөтәгеҙ ҙә минең эргәмә килегеҙ әле, түңәрәккә торайыҡ, тыңлағыҙ әле ниндәйҙер тауыш ишетелә?
-Ямғыр тауышы, тамсы тама.
-Ямғыр яуғас, тып - тып тамсылар тама, һанап бөтөрлөк түгел.
-Ни өсөн ямғыр яуа?.
-Болоттар күп йыйылһалар ямғыр яуа.
-Ямғыр яуһа ерҙә нимә барлыҡҡа килә? (күләүек).
- Ә тағыла ямғыр күп итеп яуһа күләүек гөрләүеккә әйл
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>