Бына ошондай башаҡтар үҫеп сыға.
Бойҙайҙы йыйып алғас тирмәнгә оҙаталар.
Бойҙайҙан тирмәндә он эшләйҙәр. Бына ҡарағыҙ әле минең тәрилкәмдә он һалынған. Уны ҡулығыҙ менән тотоп ҡарағыҙ әле. Ул ниндәй икән?
Йомшаҡ, таралып тора.
Был ондан икмәк заводында икмәктәр, булочкалар бешерәләр.
Әйҙәгеҙ бергә уйнап алайыҡ.
Физкультминутка:
Өҫтән беҙгә ел иҫте
Үләндәрҙе һелкетте.
Сәскәләрҙе һелкетте
Уңға – һулға эйелтте (Уңға- һулға эйелеү)
Һикерешәйек урында.
Ә хәҙер беҙ дәртлерәк (һикереү)
Күңеллерәк, бына шулай.
Атлап киттек бергәләп. (урында атлау)
Бына уйын да бөттө.
Эшләргә ваҡыт етте.
Балалар кем әсәһенең ҡамыр әҙерләгәнен күргәне бар?
Он, һыу һала.
Әйе. Ә хәҙер ҡарағыҙ әле нимәләр һалалар икән ҡамырға?
Әйҙәгеҙ уларҙы әйтеп үтәек.
Ҡамыр әҙер булыу менән уны формаға һалалар һәм мейескә ҡуялар. Икмәк әҙер булғас машинаға тейәп магазиндарға оҙаталар.
Балалар ондан тағы нимәләр бешерәләр әле?
Булка, батон, пирожки, бәлеш, пирог һ. б.
Афарин. Мин һеҙгә дәрескә икмәктән бешерелгән печеньелар алып килдем. Бергәләп сәй эсерһегеҙ.
Дидактик уйын. Дөрөҫ һал
Маҡсат: икмәктең өҫтәлгә килеү юлын дөрөҫ һалыу.
Йомғаҡлау.
Страницы: << < 1 | 2