Маҡсат:
- Балаларға бантиктар байрамы аша ҡыуаныс һәм шатлыҡ тойғолары булдырыу;
- Хәрәкәт активлығын үҫтереү;
- Бер- береңә дуҫлыҡ, берҙәмлелек ҡарашы тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: бантиктар, шариктар һ. б.
Байрам барышы:
Күңелле көй уйнай Клоун килеп инә.
Клоун: Һаумыһығыҙ балалар. Һеҙҙә бантиктар байрамы икәнен ишетеп ҡунаҡҡа килеп еттем.
Клоун:. Әйҙәгеҙ әле танышып алайыҡ: эйе мин Клоун булам. Ә һеҙҙең исемдәрегеҙ нисек? (Балаларҙың исемдәрен һорау). Хәҙер һеҙҙең исемдәрегеҙҙе белдем. Мин һеҙҙең менән танышыуға бик шатмын.
Алып барыусы: Беҙҙә һеҙҙе менән танышыуға шатбыҙ.
Клоун: Күпме матур, төрлө төҫтә бантиктар. Һеҙ шундай матурһығыҙ.
Алып барыусы: Эйе. Бөтәһелә ҡупшы итеп кейенеп алғандар.
Клоун: Ана ҡыҙыл төҫтә, ана күк төҫтә…. . Бантиктар күп икән. Ә мин бантиктар менән бер уйын беләм. Һеҙ уйнарға ризамы? (Балаларҙың яуабы).
Алып барыусы: Беҙ уйындар уйнарға яратабыҙ. Әйҙәгеҙ уйнайыҡ.
Клоун: Улай булғас уйынды башлайыҡ.
Уйын: Бантиктарҙы йый
Ерҙә бантиктар ята. Балалар бергәләшеп бантиктарҙы йыйып кәрзингә һалалар.
Уйын: Ҡояш һәм ямғыр
Балалар өйҙәрендә ултыралар. Уйын алдынан Ҡояш апайҙы саҡырып һамаҡларға мөмкин:
B
B
Ž
l
î
䡭У䡳Уᔤᘀ㭨䌀伀儀愀洀猄คä
"
Страницы: 1