Әсәйҙәргә гөлләмә
Маҡсат:Көҙгө тәбиғәткә сәйәхәт итеү;көҙгө тәбиғәткә иғтибар иттереү, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү; әсәйҙәргә япраҡтарҙан гөлләмә йыйыу; Күңелле старттар үткәреү, етеҙлекте, сослоҡто, мәргәнлекте, иғтибарҙы үҫтереү; ҡыҙыҡһыныу тойғоһо тәрбиәләү.
Ойоштороу:
Балалар баҡсаһы эргәһендә алтынсы һәм ун икенсе төркөм балалары менән йыйылыу.
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ балалар!Бөгөн беҙ һеҙҙең менән көҙгө урманға сәйәхәткә барабыҙ, урманда әсәйҙәргә япраҡтарҙан гөлләмәләр йыйабыҙ. Һеҙ әҙерһегеҙме?Улай булғас М. Ғәфури исемендәге парка йулланайыҡ. (Парланышып теҙелешеү,атлау).
Алып барыусы: Балалар беҙ көҙгө урманға килеп тә еттек. Ҡарағыҙ әле ниндәй матур тәбиғәт, ағастарҙың япраҡтары һарғайышып моңайып ултыралар, ҡайһы бер ағастар япраҡтарын ҡойғандар, беҙ шул япраҡтарҙан әсәйҙәргә гөлләмә йыйабыҙ.
Көҙһылыу килеп сыға.
Көҙһылыу:Һаумыһығыҙ балалар! Һеҙ урманда ни эшләп йөрөйһөгөҙ?
Балалар: Һаумыһығыҙ! Беҙ сәйәхәткә килдек, әсәйҙәргә гөлләмә йыйырға.
ª
ә йыйыу, кәрзинәгә һалыу).
Көҙһылыу:Балалар һеҙ көҙ тураһында шиғырҙар беләһегеҙме? Улай булғас миңә ятлап күрһәтегеҙ.
(Шиғырҙар ятлау. )Афарин балалар!
Алып барыусы:Балалар һеҙ уйындар яратаһығыҙмы? (Яуаптар). Улай булғас әйҙәгеҙ Көҙһылыу менән бергә уйындар уйнап алайыҡ.
Күңелле старттар ярышы:
1)Япраҡтар- япраҡтарҙы берәмләп икенсе яҡҡа ташыу.
2)Йәшелсә йыйыу.
3)Ҡаршылыҡтар аша үтеү.
4)Тупты баш аша ебәреү.
5)Кәрзинәгә туп индереү.
6)Үҙ- аллы туптар уйнау, скакалкала һикереү, обручты өрөлтеү.
Көҙһылыу: балалар миңә бик оҡшаны: һеҙҙең ярышҡанығыҙ, уйнағанығыҙ. Тик миңә китергә ваҡытта етте. Урманда эштәрем бөтмәне әле. Һаубулығыҙ балалар, икенсе осрашҡанға тиклем.
Алып барыусы: Балалар беҙгә ҡайтырға ваҡытта етте. Әйҙ
Страницы: 1 | 2 > >>