1-се а. б. Һаумыһығыҙ, тип башлайымәле
Күрешеүбитшулайбашлана.
Һеҙҙеңменәносрашҡанға,әсәйҙәр,
Күңелебеҙшундайшатлана.
2- се а. б. Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә әсәй. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.
1-се а. б. Кем беҙҙе ныҡ ярата?
Йылы һүҙен йәлләмәй
Һеҙгә ул китап уҡый
Йырҙар һуҙа, иркәләй.
Кем яратып ҡосаҡлай?
Маҡтай һәм беҙҙе хуплай.
Беҙҙең менән бергә ул
Шаяра һәм дә уйнай.
Һис арыу, талыу белмәй
Кем икән ул – ул әсәй.
Әсәй ул – һауа!
Әсәй ул – яҡтылыҡ!
Әсәй ул – бәхет!
Әсәй ул – йылылыҡ!
Әсәй ул – тыныслыҡ!
Мин әсәйемде яратам!
2- се а. б. Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер.
Балалар шиғыр һөйләй.
1-се а. б. Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге зат – әсәйҙәр.
Әсәйҙәр тураһында притча. Көй яңғырай.
Бәпес тыуыр алдынан аллаға һорау бирә:
Иртәгә һеҙ мине Ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен?
Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең яныңда булыр.
Мин һауала көләм, йырлайым. Миңә бында оҡшай.
Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ. Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер.
Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар?
Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр.
Ә уның исеме кем булыр?
Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң.
Балалар башҡарыуында йыр: Әсәйем, ҡәҙерлем.
2- се а. б. Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығ
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>