китеү.
-Афарин,уҡыусылар, шундай матур шиғырҙар ятлап килгәнһегеҙ, киләсәктә лә атай-әсәйҙәрегеҙгә һәр ваҡыт ярҙамсыл булығыҙ, йөҙҙәренә бер ваҡытта ла ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ, уларҙы ташламағыҙ, һаҡлағыҙ.
- Хәҙер беҙ башҡа уҡыусыларыбыҙға ла һүҙ бирәйек. Улар беҙҙе үҙ шәжәрәләре менән таныштырып китһендәр.
Үҙенең шәжәрәһе менән 4Б класс уҡыусыһы Рафиҡова Зарина сығыш яһай, һ. б уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлау.
Байрамды тамамлау. Йомғаҡлау һүҙе.
- Ошоноң менән беҙ байрамдың аҙағына ла килеп еттек. Бөгөн байрамда сығыш яһаусыларҙы алҡышлайыҡ. Афариндар!Үҙегеҙҙең ғаиләләрегеҙҙең тарихын яҡшы итеп өйрәнеп, шәжәрә ағастары төҙөп килгәнһегеҙ. Киләсәктә лә шулай итеп үҙ ғаиләгеҙҙең тарихын өйрәнегеҙ, шәжәрәләр төҙөгөҙ, туғандарығыҙға, атай- әсәйҙәрегеҙгә, олатай- өләсәйҙәрегеҙгә мәрхәмәтле,изгелекле булығыҙ!
Ә хәҙер,уҡыусылар,әйҙәгеҙ,байрамыбыҙҙы бергәләшеп "Татыу ғаилә" йыры менән тамамлап ҡуяйыҡ. "Татыу ғаилә" йырын башҡарыу.
Киләһе осрашҡанға тиклем, ҡәҙерле дуҫтар! Һау булығыҙ!
Кешелектең үҙе шикелле үк,
Боронғонан килгән йолалар.
Шатлыҡтарын байрам итә кеше,
Йолаларҙа олы йәм дә бар.
Йолаларҙа бәхет тантанаһы,
Йән сафлығы, күңел яҡтыһы.
Ғүмер буйына оҙата барһын беҙҙе
Был байрамдың күңел паҡлығы.
Страницы: << < 1 | 2 | 3