Прощай любимый детский сад!

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5 | 6  >  >>

br/>Уйнайбыҙ ҙа йырлайбыҙ ҙа
Баҡсабыҙҙа бик йәмле.
Бейеү"Полька"
Шиғырҙар:
С. Элина:Өйрәтә ул яратырға
Тыуған илде,хеҙмәтте
Айырырға аҡ-ҡараны
Булырға ла әҙәпле.
Бөтә уйынсыҡтарымды
Ҡустыма бүләк итәм
Мин өлкән бит инде хәҙер
Бөгөн мәктәпкә китәм.
Ислам:Беҙ бөгөн бик шатланышып
Йыйылғанбыҙ байрамға
Сөнки тиҙҙән мәктәпкә
Барасаҡбыҙ уҡырға.
Лиана:Йырлы айҙар,йырлы йылдар
Хәтеремдә ҡаласаҡ
Һау бул баҡсам,һау булып тор
Гөрләүекле баласаҡ.

Ягусик:Әйттем инде өләсәйгә бир мине лә баҡсаға тип,ошолай күп нәмәгә мин дә ваҡытында өйрәнер инем.
1-се алып барыусы: Беҙҙең балалар тағы ла бик күп һөнәргә өйрәнделәр. (портфельдән ҡәләм сығара)Бына мәҫәлән һүрәт төшөрөргә.
Мәскәй:Әйҙә уйнап алайыҡ,матур һүрәттәр эшләп.
Ягусик:Әйҙә,әйҙә,тик мин иҫкә төшөрөп кенә алайым. (Магнит таҡтала ҡағыҙға төҫлө ҡәләмдәр менән мәктәп һүрәтен төшөрәләр,икекоманда:бер яҡта ултырғандар беренсе,икенс яҡтағылар икенсе,Ягусик ҡайһы яҡта ултыра шулар менән һүрәт төшөрә)
1-се алып барыусы:Ҡайһылай матур һүрәт килеп сыҡты.
Йыр"Башҡорт телен өйрәнәм"
Ягусик:Күрҙеңме нисек шәп әйтәләр аңлап ҡына өлгөр.
2-се алып барыусы:эйе,балалар баҡсаһында саф башҡортса һөйләшергә өйрәнделәр буласаҡ уҡыусылар.
1-се алып барыусы:Ә музыка дәрестәрендә инде балалар төрлө бейеүҙәр,йырҙар өйрәнделәр,ҡала масштабында сығыштар яһап призлы урындарға лайыҡлы булдылар.
Бейеүсенең итәге
Бейей-бейей ҡыҫҡара
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ
Бейей-бейей оҫтара
Бейеү"Парлы"
Йыр"Школьная полька"
Шиғырҙар
Урал:Мең-мең рәхмәттәр әйтәбеҙ
Апайҙар бөтәгеҙгә
Һеҙҙе бер ҙә онотмабыҙ
Һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә.
Нурислам:Гел изге уйҙарығыҙ
Арыу

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5 | 6  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: