Природа - это наше богатство. Глагол. Повторение темы

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Тема: Тәбиғәт - беҙҙең байлығыбыҙ. Мәҡәлдәр. Сифат темаһын нығытыу 6 класс.
Маҡсат:
1. Башҡортостандың байлығы менән таныштырыу, Сифат темаһын ҡабатлау; 2. Уҡыусыларҙы материалды системалаштырырға өйрәтеү; коммуникатив һәләттәрен үҫтереү, тыңлау һәләттәрен (аудирование) камиллаштырыу; уҡыусыларҙы проект эшенә әҙерләү. 3. Башҡортостан тәбиғәтенә ҡарата һоҡланыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; уҡыусыларҙа экологик мәҙәниәтте формалаштырыу.
Йыһазландырыу: дәреслек, мультимедиа проекторы, мультимедиа презентацияһы, компьютер.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле .
-Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ.
II. Белемдәрҙе актуалләштереү, темаға сығыу.
Артикуляцион күнегеү. (экранда)
Бөтә нәмә беҙҙең өсөн:
Урман, күлдәр, сәхрәләр. . .
Беҙҙең өсөн үҫә ерҙә
Мең-мең төрлө сәскәләр.
уҡытыусының уҡыуы; бергәләп уҡыу; сылбырлап уҡыу.
3. Дәрестең темаһын әйтеү, маҡсатын аңлатыу.
Һорауҙарға яуап биреү:
Был шиғырҙа нимә тураһында әйтелгән? (тәбиғәт) Дөрөҫ. Үткән дәрестәрҙә беҙ Башҡортостандың ағастары тураһында һөйләштек.
Беҙҙең тәбиғәтебеҙ ниндәй? (матур, һоҡландырғыс, ғорур)
Башҡортостанда нимәләр бар? (йылғалар, тауҙар, урмандар, хайуандар)
Һеҙ тәбиғәтте яратаһығыҙмы? Айырыуса йәй көндәрендә сәхрәгә сығырға, ял итергә, йылғала йә күлдә һыу инергә, балыҡ ҡармаҡларға.
Уның йылғалары, күлдәре тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
Бөгөнгө дәрестә республикабыҙҙың йылғалары, күлдәре тураһында һөйләшербеҙ.
III. Төп өлөш.
1. Дәфтәрҙәргә число, теманы яҙыу.
2. Матур яҙыу: Ү,ү хәрефтәре, улар менән ижек һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү.
2. һөйләм төҙөп яҙып ҡуйығыҙ. Мин йәй көнө Ҡандракүлдә һыу инәм. Күлдең һыуы таҙа, йылы.
3. Грамматик материалды ҡабатлау.
Аҫтарына һыҙылған һүҙҙ

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: