"Минең атайым"
(Балалар атайҙарын етәкләп, залға утәләр)
Р. И. Һаумыһығыҙ балалар,килгән ҡунаҡтар. Бөгөн беҙҙә байрам- Ватанды һаҡлаусылар көнө. Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ тыуған илгә хеҙмәт итәләр , кәрәк булһа яуға сығып уны яуыз дошмандан һаҡланылар.
Г. Ғ. Беҙҙең малайҙар ҙа ҙур аҡыллы булып үҫеп еткәс һалдаттар буласаҡтар. Атай-ағайҙарҙы, олатай-ҡартатайҙарҙы байрам менән ҡотлап, тик һеҙгә генә байрам кәйефен бүләк итәбеҙ.
Батыр Милана шиғыр һөйләй
Йыр "Ерҙән һалдат атлай"
(Балалар ултыралар. )
Р. И. Балалар әйтегеҙ әле, армия сафтарында хеҙмәт итер өсөн ниндәй булып үҫергә кәрәк?
Балалар: Тырыш уҡырға,тыуған илде яратырға,һау-сәләмәт булырға.
Г. Ғ. Эйе дөрөҫ балалар. Ә бына һау-сәләмәт булыр өсөн нимәләр эшләйҙәр?
Балалар:Спортты яратырға,спорт менән шөғөлләнергә.
Р. И. . Дөрөҫ, һау-сәләмәт булып үҫергә, спортты яратырға, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Беҙҙең атайҙарға, ағайҙарға хас батырлыҡ та,йомартлыҡ та үткерлектә,етеҙлектә,зирәклектә малайҙар һәм ҡыҙҙарҙа ла булырға тейештер .
Г. Ғ. Эйе, һәм тағы ла йыр- бейеүгә лә әүәҫ булырға тейешбеҙ, шулаймы, балалар?
Балалар: эйе
Р. И. ә бына, беҙҙең ҡыҙҙар, атайҙар тураһында бик матур йыр белә. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ. Хөрмәтле ҡунаҡтар, был йыр беҙгә байрам сәләме булып барып етһен!
Йыр "Атайым"
Г. Ғ. . Ярыш 1 "Миналы ялан буйлап" Кеглиҙарҙы уратып сәкән менән шайбаны йөрөтәбеҙ.
Р. И. : Ҡарағыҙ әле, беҙ спорт менән шөғөлләнгәс, спортты яратҡас, етеҙ тиҙ генә үтәп тә сыҡтыҡ ярышты. Ҡәҙерле ҡунаҡтар, балалар байрам хөрмәтенә тип, бик матур шиғырҙарҙа әҙерләнеләр, рәхим итегеҙ
Шиғырҙар Ильмир Камилла Нурания
Бейеүсенең итәге
Бейей-бейей ҡыҫҡара
Бейе
Страницы: 1 | 2 > >>