Матур - матур бантиктар

Страницы: <<  <  1 | 2

арыусы: Әйҙәгеҙ килгән ҡунаҡтар менән дә ошо уйынды уйнап алайыҡ. (Бантиктарҙы йый)
Уйын:Кем тиҙерәк
Таҫманың осона таяҡтар ҡуйылған һәм уртала бантик тора. Кем тиҙерәк таҫманы урай бантикка тиклем.
Уйын:Бантиктарҙы суҡла
Епкә бантиктар бәйләп ҡуйылған. Бер бала йүгереп барып бер бантикты суҡлап китә, шунан икенсеһе. Уйын шулай дауам итә.
Уйын: Бантиктарҙы ысҡындыр
Суҡланған бантиктарҙы кире ысҡындырыр кәрәк.
Уйын: Бантиктың парын тап
Таҡтала төрлө төҫтә бантиктар тора, шуның парын табып тоташтырыр кәрәк.
Икенсе алып барыусы: Әйҙәгеҙ килгән ҡунаҡтар менән дә ошо уйынды уйнап алайыҡ.
Уйын: Тылсымлы таҫмалар
Ерҙә ҡыҙ һүрәте ята. Таҫманы таяҡ менән этеп алып барып ҡыҙҙың сәсенә ҡуйыр кәрәк.
Уйын: Ҡурсаҡҡа бантик таҡ
Ултырғыста ҡурсаҡ ултыра. Бер бала йүгереп барып ҡурсаҡтың сәсенә бантик таға, шунан икенсе бала…. . Уйын шулай дауам итә.
Беренсе алып барыусы: Әйҙәгеҙ хәҙер бантиктарҙы һанап үтәйек. Ҡайһы команда еңгән икән. (Балалар менән берлектә һанау).
Икенсе алып барыусы: Афарин балалар, һынауҙарҙы үттегеҙ. Бик тырыштығыҙ. Ҡарайыҡ әле, хәҙер һандыҡ асылырмы икән?
Беренсе алып барыусы: Ура- ура һандыҡ асылды. Бына һеҙгә тигән күстәнәстәр. (Кәнфиттәр таратыу).




Страницы: <<  <  1 | 2
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: