Мамочке моей в подарок первые цветы

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Дошкольное образовательное учреждение
Центр развития ребенка-детский сад "акбузат"




Сценарий утренника:
"Мамочке моей в подарок первые цветы"







(Подготовительная группа)



Г. М.

Выполнила:
Кунакбаева Г. Р.





2014 йыл




(мәктәпкә әҙерлек төркөмө)

Алып барыусы:Хәйерле көн әсәйҙәр,өләсәйҙәр!Һаумыһығыҙ барығыҙҙа. Һеҙҙе етеп килгән яҡты нурлы байрам менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ.
(Балалар ултыралар. )
1бала:Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы
Һигеҙенсе март бөгөн
Байрам булғас бигерәк йәмле
Барыбыҙҙа шат бөгөн
Иртә торҙоҡ йыуындыҡ та
Матур итеп кейендек
Бергәләшеп етәкләшеп
Баҡсаға йүгереп килдек.
1бала:Әсәкәйем ҡәҙерлем
Һин миңә ғүмер бирҙең
Кейендерҙең үҫтерҙең
Тәмле аштар бешерҙең
Кистәрен бик арығанда
әкиәттәр һөйләнең.
Сәстәремдән һыйпап-һыйпап
Тәмле йоҡо теләнең.
3 бала:Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең
Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ
Шат бейеүҙәр матур йырҙар
Шиғырҙар һәм уйындар
Һеҙгә тип әҙерләнек.
Йыр"Әсәйҙәр байрамы"
Алып барыусы:Матур күлдәктәрен кейеп
Сыҡтылар уртаға бейеп
Аяҡтары тик тормай
Тыпыр-тыпыр тыпырлай.
Бейеү"Сәскәләр"
Инценировка"Умырзая сәскәләре"
(кәрзин тотоп бер малай уртаға сыға)
Алып барыусы:Һин ҡайҙа йыйындың.
Малай:Бөгөн әсәйҙәр байрамы,минең әсәйемә умырзая бүләк иткем килә.
Алып барыусы:сәскәләр бит урманда үҫә хәҙер ҡар аҫтынан таба алырһыңмы һуң.
Малай:сәскәләрҙе эҙләрмен табырға тырышырмын.
Алып барыусы:улай булғас мин һиңә күстәнәстәр бирәйем осраған йәнлектәрҙе һыйларһың

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: