Тема: Күңелле шарҙар
Маҡсат: - балаларҙың әүәләүгә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү;
төҫтәрҙе нығытыу;
- дуҫлыҡ, берҙәмлелек тойғоһо тәрбиәләү.
Үткәреү формаһы: уйын формаһында.
Эшмәкәрлек төрҙәре: уйын, художестволы ижад.
Йыһазландырыу: клоун һүрәте, таҡта, төҫле шарҙарҙың һүрәттәре, ике өлөшкә бүленгән шар һүрәттәре (һәр бер балаға), музыка, өлгө шар һүрәттәре, пластилиндар, клеенка, салфеткалар, ҡағыҙ битендә шар һүрәттәре, шарҙар, персонаж клоун.
Дәрес барышы: тәрбиәсе балаларға клоун һүрәте буйынса әңгәмә үткәрә.
- Балалар клоунды күргәнегеҙ бармы?
- Ҡайҙа күргәнегеҙ бар?
- Әйе, циркта күргәнебеҙ бар. Һеҙ беләһегеҙме, клоун шарҙар менән уйнарға ярата. Ә һеҙ шарҙар менән уйнарға яратаһығыҙмы? (балаларҙың яуаптары).
- Шарҙар төрлө төҫтә була. Әйҙәгеҙ төҫтәрен ҡарап үтәйек әле (таҡта эргәһенә барып балалар ярым түңәрәк яһап торалар. Таҡтаға төҫлө шарҙарҙың һүрәте эленә, балалар төҫтәрен әйтә).
- Был шар ниндәй төҫтә? (Йәшел, ҡыҙыл, күк, һары).
Дидактик уйын: Яртыһын тап. (Шарҙар төрлө төҫтә һәм яртыға бүленгән, хәҙер беҙгә уларҙың төҫөн тап килтереп дөрөҫ итеп һалырға кәрәк).
- Дөрөҫ эшләнегеҙ, әйҙәгеҙ үҙебеҙгә сәпәкәй итеп алайыҡ (балалар үҙҙәрен хуплап үтәләр).
Ял итеү минуты.
Түңәрәк уйыны: Ҙур шар.
l
n
x
z
–
z
愃摧ᬥ
ҙур шар эшләйек. Түңәрәккә торҙоҡ, шарҙы өрәбеҙ: у-у-у-у. Бына беҙҙең ҙур шарыбыҙ килеп сыҡты, хәҙер беҙҙең шарыбыҙ бушаны: ш-ш-ш-ш-ш (уйын ике тапҡыр ҡабатлана).
Әүәләү: Шарҙарға еп.
- Балалар, ҡарағыҙ әле, был һүрәттә шарҙарҙың ептәре юҡ. Хәҙер беҙгә пластилиндан әүәләп еп ҡуйыр кәрәк. Тәрбиәсе эш алымын аңлата: устарҙа оҙонса әүәләү ысулын аңлатып үтә (уның өсөн беҙ пластилинды алабыҙ ҙа устарҙа оҙонса әүәләйбеҙ. Шунан ебебеҙ
Страницы: 1 | 2 > >>