Баланы төрлө яҡтан үҫтереү, мәктәптә уңышлы уҡып китеүе өсөн иң беренсе шарттарҙың береһе булып һау сәләмәт, физик яҡтан үҫешкән булыуы торалыр. Был йәһәттән беҙ төркөмдә бала һау сәләмәт үҫһен, спортҡа ҡыҙыҡһыныуы артһын өсөн төрлө эштәр башҡарабыҙ.
Бала балалар баҡсаһынан сығып мәктәпкә киткәндә хәрәкәт итеүҙең бөтә төрҙәрен: атлап йөрөү, йүгереү, шыуышыу, үрмәләү, һикереү, туп ырғытыу, уны тотоп алыу, сәпкә бәреү, еңел атлетик эстафеталарында, спорт һәм халыҡ уйындарында әүҙем ҡатнашырға, уйынды аңларға, үҙе уйындар ойоштора белергә тейеш. Шулай уҡ сафҡа теҙелеүҙең төрлө төрҙәрен, сафта хәрәкәт итеү, кәүҙәне дөрөҫ тота белергә, төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнашырға өйрәнергә тейеш. Ошо һанап үтелгәндәрҙе балаға өйрәтеү өсөн аҙнаһына өс тапҡыр физик тәрбиә биреү дәрестәре үткәрелә. Дәрес оҙонлоғо 15 минут бара. Дәрестәрҙә балаларҙы төрлө яҡтан үҫтерәбеҙ. Һанап үтелгән хәрәкәттәрҙе өйрәнеп, активлаштырып ҡына ҡалмайбыҙ, балаларға уйлау, күҙаллау, күҙ алдында килтереүҙәрен, фантазияларын байытыуға йүнәлтелгән. Дәрестәрҙе балаларҙа ҡыҙыҡһындырыу уятыр өсөн ғәҙәти булмаған алымдар менән үткәрәбеҙ.
Î
ртәнге гимнастика үткәрелә. Гимнастика комплексы ике аҙнаға бер алышынып тора, тематикаһы ла балаларҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән.
Йәнә төркөмдәрҙә сыныҡтырыу – һауыҡтырыу эштәре алып барыла. Һәр сезонға ярашлы тәрбиәселәр тарафынан сыныҡтырыу комплексы төҙөлә.
Шулай итеп, беҙ балаларҙы мәктәпкә әҙерләгәндә уларҙың һаулығын һаҡлау, нығытыу сараларын да күҙ уңында тотоп эшләйбеҙ.
Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
Бала үҫтереү үҙәге Аҡбуҙат балалар баҡсаһы
Ата – әсәләр йыйылышы:
Хәрәкәттә - бәрәкәт
(Консультация)
Тәрбиәселәр:
Хәсәнова Ә. Ш
Ташбулатова Ә. Ә.
Страницы: 1