Грамматический строй речи

Страницы: 1

Грамоталы дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү нимә ул?
Грамоталы дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү - телмәрҙең грамматик сараларын дөрөҫ ҡуллана белеү. Йәғни:
күплек ялғауҙарын дөрөҫ ҡуллана белеү: мәҫәлән, бала Был нимә? тигән һорауға бер генә предметты күрһә, Был машина тип әйтергә тейеш, ә Былар нимәләртигән һорауға күп предметтарҙы күрһә, Былар - машиналар тип яуап бирергә тейеш. Шулай уҡ балалар күплектә исем менән ғылымды яраҡлаштыра алмайҙар. ( Балалар тауҙан шыуа. Балалар тауҙан шыуалар. ) Күплек төшөнсәһен балаларға аңлатыу өсөн төрлө уйындар ойошторорға була ( Әҙ - күп)
œ
Ä
ö
v
Ž

Ò
gdw
( төлкөгә, айыуға, терпегә һ. б. тип һорарға була. Хайуандарҙың балаларының һүрәттәрен ҡулланып, Һыйыр нимәне ярата?( Һыйыр быҙауын ярата) тигән һорау ҡуйырға була.
зат алмаштарын ( мин, һин, ул һ. б. ): мәҫәлән, мин уйнайым һөйләмен бала төрлө затта дөрөҫ үҙгәртергә тейеш: һин уйнайһың, ул уйнай, беҙ уйнайбыҙ;
ҡылымдарҙың хәҙерге һәм үткән замандарын дөрөҫ ҡуллана белеү ( ашай, ашаны);
яңы һүҙҙәр уйлап таба белеү ( таш – ташсы, эш – эшсе һ. б. )
һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөй белеү. Һөйләмдә киҫәктәрҙе дөрөҫ урынлаштырыу. Башҡорт телендә ҡылым һәр ваҡыт һөйләмдең аҙағында килә. Күп кенә балалар был законды боҙалар. ( Әсәйем бешерә аш. Әсәйем аш бешерә. )
Баланың телмәрендә грамматик яҡтан дөрөҫ булмаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе тойһағыҙ, кисекмәҫтән төҙәтеп барығыҙ. Бала телмәре ни тиклем грамматик яҡтан формалашҡан булһа, ул мәктәптә лә уңышлы уҡыясаҡ, тирә-йүндәгеләр ҙә уға ихтирам менән ҡараясаҡ.




Страницы: 1
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: