Дуҫтар

Страницы: 1 | 2  >  >>

Дуҫтар
Маҡсат:
һүҙҙә һәм һүҙбәйләнештә "М" өнөн дөрөҫ әйтергә,һүҙҙе ижегенә ҡарап билдәләргә өйрәтеү,
фонематик ишетеү һәләтен арттырыу,
бер - береһенә ҡарата ихтирам, хөрмәт итеү сифаттары тәрбиәләү.
Һүҙлек эше:
фатир, диван, врач, ултырғыс, өҫтәл.
Йыһазландырыу:
фланелеграф, өй йыһаздары төшөрөлгән һүрәттәр,предметлы һүрәттәр.
Дәрес барышы.
- Бөгөн беҙ дәрестә Марат исемле малай менән танышабыҙ. Уларҙың ғаиләһендә ҙур шатлыҡ. Улар фатирға күсәләр. Марат урамда машинаға нимә тейәгәндәрен ҡарап тора. Әйҙәгеҙ әле машинаға нимә тейәйҙәр икән ҡарап үтәйек.
(өй йыһаздары төшөрөлгән һүрәттәр буйынса эш)
Был нимә?
Был диван.
Ул нимә өсөн кәрәк?
Диванда йоҡлайҙар.
Ә был нимә?
Ултырғыс.
Унда нимә эшләйҙәр?
Ултырғыста ултыралар.
Был нимә?
Был өҫтәл.
Өҫтәл ни өсөн кәрәк?
Өҫтәл артында ултырып ашайҙар (уҡыйҙар,яҙалар). Өй йыһаздарына нимәләр инә, әйҙәгеҙ һанап китәйек.
Ял итеү минуты, артикуляция күнегеүе.
- Машинаға өй йыһаздарын тейәгән ваҡытта Марат эргәһенә иптәше Мансур килә. Ул һеңлеһе тураһында һөйләй.
"Бөгөн Миләүшәне тешен тикшерергә теш врачына алып барҙылар. Врач Миләүшәгә ауыҙын асып тешен күрһәтергә ҡуша, ә Миләүшә ҡурҡып ауыҙын асмай. Тешен дә, ирендәрен дә ныҡ итеп ҡымтый. "
(балалар тештәрен, ирендәрен ҡымтыйҙар)
"Врач Миләүшәне ҡурҡмаҫҡа өгөтләй. Миләүшә өҫкө тештәрен генә күрһәтә, ә аҫҡы тештәрен аҫҡы ирендәре аҫтына йәшерә. "
(балалар "ҡорған" күнегеүен эшләп күрһәтәләр)
"Врач Миләүшәнең бөтә тештәрен дә күргеһе килеүен әйтә. Был юлы Миләүшә аҫҡы тештәрен генә күрһәтә, ә өҫкө тештәрен өҫкө ирендәре артына йәшерә".
(балалар күнегеүҙәрҙе эшләйҙәр)
"Милә

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: