Дуҫтар күңелле йәшәйҙәр

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Маҡсат:
Өйрәтеүсе:
-үҙ үҙе тураһында күҙаллауҙарын һәм үҙенә ыңғай ҡараш формалаштырыу;
-балаларҙың оҡшашлығы һәм айырмалары: ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың психологик, физик ҡылыҡһырламаһы (характеристика) тураһында белемдәрен киңәйтеү;
-ҡыҙҙарға һәм малайҙарға хас характер сифаттары, яҡшы тон ҡағиҙәләрен үҙләштереү;
Үҫтереүсе:
-балаларҙың аң - зиһен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
-диалогик, бәйләнешле телмәр үҫтереү, гендер тәрбиәһе тураһында балаларҙың белемдәрен нығытыу;
Тәрбиәүи:
-Балаларҙа яҡындарына, дуҫтарына ҡарата дуҫлыҡ, яратыу, ярҙам, хөрмәт итеү тойғолары тәрбиәләү;
Һүҙлек эше: дуҫлыҡ, ҡыҙ, малай.
Йыһазландырыу: ҡыҙ, малай төшөрөлгән һүрәт, кейемдәр менән ҡурсаҡ, гуашь, бумала, ҡағыҙ, көпшә, туп, аудиояҙма.
Методик алымдар: һүрәттәр ҡарау, һүрәт төшөрөү.
Эшмәкәрлек төрө: аралашыу.
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге:
-Балалар, иғтибар менән ҡарағыҙ әле, беҙҙең ултырғыстар бөтәбеҙгә лә етәме? Ә ни өсөн етмәй? (сөнки беҙ күмәк, ә ултырғыстар әҙ).
-Ултырғысҡа кемдәрҙе ултыртабыҙ? Ә малайҙар ҡайҙа ултыралар? (ултырғысты үҙҙәре ала).
-Ә ни өсөн малайҙар ултырғысты үҙҙәре алды? (Сөнки малайҙар көслө).
-Балалар, һеҙҙең алдығыҙҙа һүрәт, ул һүрәттә нимә төшөрөлгән? Уларҙың йөҙөнә ҡарап нимә әйтергә була? (улар үсеккәндәр).
-Ә ҡайҙан уларҙың үсеккән икәнен белергә була?
Афарин, балалар.
-Улар үсекмәһен өсөн беҙ нимә эшләргә тейешбеҙ? (уларға ярҙам итергә кәрәк). Ярҙам итәбеҙме?
-Беҙгә бик күп эштәр эшләргә тура киләсәк, ул эштәрҙе эшләп сыҡһаҡ бәлки улар дуҫлашырҙар. Ә хәҙер мин һеҙгә бер шиғыр уҡыясаҡмын, һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ, шиғыр нимә тураһында икәнен әйтерһегеҙ.
Дуҫыма бүләк иткәндәр
Үҙе йөрөшлө машина
Әйҙә, бергә уйнайыҡ, - тип
Килеп сыҡты ҡаршыма

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: