Тема:Белем иленә сәйәхәт
Маҡсат:
Балаларға белем көнө тураһында белемдәрен камиллаштырыу;
Күңелле атмосфера, дәртле кәйеф, уйнау теләге булдырыу;
Дуҫлыҡ, берҙәмлелек тойғолары тәрбиәләү;
Ойоштороу моменты:
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ хөрмәтле балалар, тәрбиәселәр! Бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән Белем көнө менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Ошо минутта меңәрләгән балалар, уҡыусылар һеҙҙең кеүек үк балалар баҡсаһына, мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да һеҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Балалар, уҡыусылар белем алыу теләге менән туған балалар баҡсаһына, мәктәбенә аяҡ баҫа.
1-се бала.
Һауа һалҡыная бара,
Аяҡ баҫабыҙ көҙгә.
Япраҡтар ҙа һары төҫтә
Салына инде күҙгә.
2-се бала.
Хушлаштыҡ йәмле йәй менән
Үтте лә каникулдар.
Бөгөн байрам – белем көнө
Балалар баҡсаһына илтә юлдар.
3-сө бала.
Һаумы баҡса, һаумы
Беҙ һине һағынып бөттөк.
Сентябрь айы еткәнен.
Түҙемһеҙләнеп көттөк.
4-се бала:
Тәрбиәсенән дә бөйөгөрәк
Бармы ҡәҙерле исем.
Шуға ла һеҙҙең байрам
Байрам бөтәбеҙ өсөн.
Йыр Тәрбиәсе апайыбыҙ
Көй аҫтында Буратино килеп инә.
Буратино: Һаумыһығыҙ балалар, һаумыһығыҙ.
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ! Балалар кем беҙгә ҡунаҡҡа килгән?
Балалар: Буратино.
Буратино: Дөрөҫ балалар, мин Буратино. Мин һеҙгә әкиәт иленән килдем һәм ныҡ ҡына ҡабаланам.
Алып барыусы: Буратино һин ҡайҙа ҡабаланаң?
Буратино: Мин балалар баҡсаһына белем көнөнә ҡабаланам, сөнки был байрам йылына бер тапҡыр ғына була. Ул байрамды мин күргәнем юҡ.
Алып барыусы: Ә һин Буратино балалар баҡсаһына килгәнһең, бөгөн бөтә балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр белем көнөн үткәрә.
Буратино: Ә ул ниндәй байрам ул?
Алып барыусы: Б
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>