Тема: Беҙ сынығып үҫәбеҙ
Маҡсат: Балалар баҡсаһы һәм мәктәп менән берлектә сара үткәреү һәм балаларға сәләмәт йәшәү рәүешен дәлилләүҙе формалаштырыу. 
Бурыстар:
Күңелле атмосфера, дәртле кәйеф, уйнау теләге булдырыу;
Балаларҙың физик мөмкинселектәрен етеҙлек, тиҙлек, тырышлыҡ, сослоҡ, ныҡышмалылыҡ үҫтереү;
Үҙ һаулығына һаҡсыл ҡараш, сәләмәт тормошҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләү. 
Йыһазландырыу: кәрзин, 2 ҡоршау, 2 дуға, туптар, тубырсыҡтар, 2 ракетка, муляждар, 2 флаг, 2 тоҡ, 2 ат, яулыҡ һ. б. 
Үткәреү формаһы: ярыш. 
Үткәреү урыны: 8 мәктәп. 
Ҡатнашыусылар: мәктәпкә әҙерлек төркөмө һәм 8 мәктәптең беренсе класс уҡыусылары
Ярыш барышы:
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ балалар, уҡыусылар һәм уҡытыусылар. Беҙ һеҙҙең менән осрашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Бөгөнгө беҙҙең ярышыбыҙ көҙгө уңыш көнөнә арнала. 
- Балалар ниндәй миҙгелдә уңыш йыялар?(Балаларҙың яуаптары)
- Әлбиттә көҙ миҙгелендә. Ә ниндәй уңыштар йыялар? (Йәшелсәләр, емеш- еләктәр). 
Алып барыусы: Афарин балалар. Ярышты башлар алдынан үҙебеҙгә көс, дәрт өҫтәп күңелле көй аҫтында бейеп алайыҡ. 
Күңелле бейеү Дуҫлыҡ
Алып барыусы: Афарин балалар, бик күңелле булып китте. Үҙебеҙҙең һаулығыбыҙҙы нығытып, кейефтәребеҙҙе күтәреп күңелле старттар ярышын башлайыҡ. 
Алып барыусы: Бөгөнгө көндә ярышта ике команда ҡатнашасаҡ. Әйҙәгеҙ командаларҙы алҡышлап үтәйек. 
Беренсе команда: 1 класс уҡыусылары- йылғырҙар. 
Икенсе команда: мәктәпкә әҙерлек төркөм балалары- етеҙҙәр. 
Жюри ағзалары һайлап үтәйек (жюри ағзалары һайлау). 
Алып барыусы: Хәҙер ярыштың ҡағиҙәләрен иҫләп үтәйек (балалар ҡағиҙәләрен әйтәләр)
Алып барыусы: Афарин балалар. Хәҙер беҙ ярышҡа әҙербеҙ. 
 Уңышты йый (Собери урожай)
Дуға аҫтынан шыуышып сығып бәләкәй бер тупты алып, билдәләнгән
		Страницы: 1 | 2 | 3 > >>
