айбыҙ.
-Кемдең командаһы тиҙерәк теҙелә?
Алып барыусы: Афарин балалар, үҙегеҙҙең урынығыҙҙы тиҙ, дөрөҫ таба беләһегеҙ. Киләһе ярыш.
-Ҡаршылыҡтар аша. Ике еп араһынан, йылға аша һәм кирегә.
- Көнгөрә.
Уйын Беҙ күңелле балалар!
-Уйын Светофор. Йәшел янһа- атлау, ҡыҙыл янһа- туҡтау, һары- сәпәкәй итеү.
Алып барыусы: Ошоноң менән ярышыбыҙ тамам.
Алып барыусы: Афарин,балалар. Һеҙ ҡаршылыҡтарҙы үтеп сыҡтығыҙ һәм беҙ аҡланға килеп сыҡтыҡ.
Алып барыусы: Балалар, әйҙәгеҙ аҡланда уйнап алайыҡ.
Хәрәкәтле уйын: Палатканы төҙө.
Балалар түңәрәк буйлап парланышып атлап йәки йүгерешеп йөрөйҙәр. Палатканы төҙө –тигән команда булһа балалар ҡулдарын күтәрә; береһе уң ҡулын, икенсеһе һул ҡулын һәм ҡулдарын тоташтыралар.
Әһәмиәте: сослоҡто, етеҙлекте, иғтибарлыҡты арттыра.
Йомғаҡлау өлөшө.
Инструктор:Афарин, балалар, бик матур уйнанығыҙ.
- Ниндәй ҡаршылыҡтар аша үттек? (Яуаптар).
- Һеҙгә уйын оҡшанымы?
- Әйе, әйе.
- Ниндәй уйын уйнаныҡ?
- Палатканы төҙө.
- Балалар, хәҙер беҙгә ҡайтырға ваҡытта етте. Әйҙәгеҙ тылсымлы һүҙҙәр әйтәйек.
Балалар күҙҙәрен йома, үҙ тирәләй әйләнәләр һәм әйтәләр Бер, ике, әйләндек һәм өйгә барып сыҡтыҡ.
Страницы: << < 1 | 2