Алтын көҙ

Страницы: <<  <  1 | 2

өҫтән эшләйбеҙ.
Япраҡтарҙы ниндәй төҫ менән эшләйбеҙ? (һары)
Япраҡтарҙы эшләгәндә бармаҡтың осон гуашҡа
төртөп алабыҙ ҙа бармаҡ бите менән ағастың ботоҡтарына баҫып һары япраҡтар эшләйбеҙ. Бына ағастың япраҡтары ла булды. Ә хәҙер тыныс ҡына өҫтәл арттарына барып ултырабыҙ ҙа үҙебеҙҙең ағастарыбыҙға япраҡтар эшләйбеҙ. Ҡағыҙ битен тултырып эшләйбеҙ. Әлиә һин дә балалар менән бергә эшләп өйрән.
Эш барышы. (тыныс ҡына көй уйнай).
Эште тамамлайбыҙ, афарин балалар. Бөтәгеҙ ҙә ағастарығыҙҙы ошо өҫтәлгә алып килегеҙ. Ҡарағыҙ әле, ниндәй матур серле урман килеп сыҡты. Бөгөн дәрестә нимә эшләнек? Ағастың япраҡтарын ниндәй төҫ менән эшләнек? (һары). Япраҡтарҙы нисек итеп эшләнек? (бармаҡ бите менән баҫып). Әлиә, көҙ көнө ағастың япраҡтары ниндәй төҫтә булғанын аңланыңмы инде?
Афарин, балалар. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп уйнап алайыҡ.
Ел иҫә, ел иҫә
Япраҡты алып китә.
Юҡ, юҡ, юҡ бирмәйбеҙ,
Беҙ үҙебеҙ уйнайбыҙ.





Страницы: <<  <  1 | 2
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: